«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?



30.11.2018 Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Рәсәй Президенты Владимир Путин аэропорттарға билдәле шәхестәрҙең исемдәрен биреү тәҡдимен хупланы.

Бөгөн бер ай элек иғлан ителгән “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” проекты буйынса тауыш биреү тамамлана. "Өфө" халыҡ-ара аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаев кеүек шәхестәребеҙҙең береһе буйынса "Великие Имена рф" сайтында, шулай уҡ "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә тауыш бирергә мөмкин.

Әүҙемерәк булайыҡ! Проект буйынса илебеҙҙең 47 аэропортына билдәле шәхестең исеме биреләсәк. Өфө аэропортына кемдең исеме бирелеүе 5 декабрҙә билдәле буласаҡ .





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға