«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза



31.08.2010 Енәйәт һәм яза



Наркоманға әсә лә, туған да юҡ

Республика Юғары суды тарафынан наркотик тәьҫире арҡаһында әсәһен һәм ҡустыһын үлтергән 19 йәшлек Өфө егетенә хөкөм ҡарары сығарылды.
Алдан, тикшереүҙәр алып барғанда, енәйәтсе үҙ ғәйебен таный. Уның һүҙҙәренсә, егет әсәһенең әрләүенән ҡыҙып китә. Әсә кеше улын еңел-елпе тормош алып барғаны өсөн ғәйепләй. Енәйәт ҡылған сағында егет «ломка»ла була. Ә суд барышында иһә хөкөм ителеүсе бөтөнләй икенсе позиция ала. Имеш, уның яҡындарын аҡса таларға килгән ике бандит үлтерә. Һуңынан егеттән ҙур суммала аҡса талап итеп, үҙен дә, атаһын да үлтереү менән янайҙар. Быныһы инде, ҡурҡып, бөтә ғәйепте үҙенә ала. Әммә тикшереүселәр йыйған дәлилдәр енәйәтсенең был фаразын кире ҡаға. Хәҙер донъялағы иң яҡын кешеһен – әсәһен һәм бер туған инвалид ҡустыһын һәләк иткән әҙәм 16 йыл ғүмерен ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.

Бала түгел, шешә ҡәҙерле

Баш ҡаланың Калинин районында була был хәл. Бер йәш ир өлкән ҡатынға, ҡарап ҡына тор, тип, йәш сабыйын ҡалдырып китә лә юҡҡа сыға.
Бер сәғәттән ҡатын милицияға хәбәр итә. Ата-әсәне эҙләү оҙаҡ дауам итмәй – ете айлыҡ баланың 38 йәшлек иҫерек әсәһен парктан табып алалар. Ул һөйәр менән йәшәй, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙәр, көндәре шешә йоғонтоһонда, берәҙәк хәлендә үтә.
Әле бала дауаханала, ә уға ғүмер бүләк иткән кешене әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү көтә. Быға әсә ҡайғырырмы икән, әллә?..

Һәр енәйәттең аҙағы була

Октябрьский ҡалаһының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе тота.
Талау, көсләү, иректән мәхрүм итеү – был егеттәрҙең бер нисә сәғәт туҡтауһыҙ кәйеф-сафа ҡороуы эҙемтәһе. Милицияға 45 йәштәрҙәге ир мөрәжәғәт итә. Баҡһаң, билдәһеҙ кешеләр, фатирына баҫып инеп, уны туҡмай, аҡса һәм телефондарын ала, ҡатынын алып сығып китә. Оперативниктар бер нисә сәғәт эсендә енәйәтсел төркөмдөң эҙенә төшә. Әммә бер аҙ һуңлайҙар, сөнки бандиттар ҡатынды көсләп, бер фатирҙа бикләп ҡалдырып, артабан яңы мажаралар эҙләргә китеп өлгөрә. Шулай ҙа һәр енәйәттең аҙағы була – барыбер тотолалар. Араларынан берәүһенә 20 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, элегерәк ауыр статьялар буйынса хөкөм ителгән, етмәһә, Ямал-Ненец Автономиялы Округында көсләү өсөн федераль эҙләүҙә була.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға