«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы



15.01.2011 Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы

Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршыНиһайәт, Рәсәй «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартмаҡсы.
Хәтерегеҙҙәлер, был турала ҡыҙыу бәхәстәр бер нисә йыл дауам итә. Берәүҙәр яҙлы, көҙлө сәғәт телдәрен йә алға, йә артҡа күсереүҙе әллә күпме уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙа, икенселәр һаулыҡҡа зыян килтереүҙә ғәйепләне. Әле аныҡ ҡына бер ҡарарға килдек шикелле – ваҡытты үҙгәртеү кәрәкмәй. Ошо тәҡдим февралдә Рәсәй Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән осраҡта, 2012 йылдан илебеҙ cәғәт телдәрен күсереүҙән «азат» буласаҡ. Иң ҡыҙығы, эксперттар фаразлауынса, «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартыу беҙгә 17 процент яҡтылыҡ өҫтәй икән.
Көтөлгән реформа йәмәғәтселектә йәнә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Әлеге ваҡытта был тема ҡыҙыу рәүештә федераль матбуғат биттәрендә тикшерелә. Әммә күпселек тәҡдимде яҡлай. Белгестәр аңлатыуынса, ваҡытты тегеләй, былай күсереүҙән ил сәнәғәте ҙур килем ала, тип уйлау – хата фекер. Ә бына сәләмәтлеккә, ысынлап та, зыян килә. Ярты йыл һайын кешеләрҙең биоритмы боҙола. Тинлек файҙа өсөн кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшатыуҙы табиптар мәғәнәһеҙлек тип һанай. Өҫтәүенә, хәҙер илдең барлыҡ ойошмаларында һәм предприятиеларында энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйылған. Шуға күрә «ҡышҡы ваҡыт»тан баш тартыу әллә ни ҙур финанс юғалтыуҙарына килтермәйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға