«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкортостан"



08.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкортостан"

Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкортостан"
1980 йылда эшләнгән, еңел типҡа ҡарай, кейемгә булавка ярҙамында нығытыла.
Значокта БАССР лайыҡ булған наградалар күренә. Һулдан уңға:
- Ленин ордены - 1935 йылдың 15 мартында сәнәғәт һәм ауыл хужалығын үҫтергән өсөн;
- Ленин ордены - 1957 йылдың 13 июнендә Рәсәй дәүләтенә ирекле ҡушылыуға 400 йыл тулыуға һәм сәнәғәт, ауыл хужалығын, мәҙәниәтте үҫтергән өсөн;
- Октябрь Революцияһы ордены - 1967 йылдың 21 мартында коммунистик төҙөлөштә уңыштар һәм республиканың 50 йыллығы айҡанлы;
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены - 1972 йылдың 29 декабрендә Советтар Союзы халыҡтарының дуҫтарса мөнәсәбәтен үҫтереүҙә, иғтисади, социаль-сәйәси һәм мәҙәни үҫештәге уңыштар, СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға