«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул



18.05.2018 Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул

Демография, экология, атом ҡоралы – борсоуға һалыусы, уйландырырлыҡ һүҙҙәр! Ер шарының иң ҙур проблемалары шулар бөгөн. Кешене демографик һәләкәттән, экологик афәттән, атом ҡурҡынысынан нисек ҡотҡарырға? Глобаль проблемалар хөкөм һөргән мөхиттә башҡорт милләтен һаҡлап ҡалырға мөмкинме? Нисек телебеҙҙе яҡларға? Беҙҙең киләсәк ышаныслы ҡулдарҙамы?

Был һорауҙар, үкенескә күрә, бөтә замандашымды ла борсомай. Сөнки кешегә фә­ҡәт бөгөн уңайлы, йылы, йомшаҡ булып, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа – шул етә. Ә иртәгәне ишәк ҡайғыртһын әйҙә. Күңел ярлылығы, ғәм­һеҙлек, яуапһыҙлыҡ – бына ошо рухи кәмселектәр милләтебеҙ тамырына балта саба. Беҙгә тиклем ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуын вариҫтары хаҡында хәстәрлек күргән, башҡорт ерҙәрен сит-ят баҫ­ҡынсыларға бирмәгән, телебеҙҙе һәм халыҡ ижады рәүешендә рухи ҡиммәттәрҙе изге аманат итеп бөгөнгә килтереп еткергән! Әммә беҙ, яңы технологияларға ҡыҙығып, киләсәктә бөтә ғаләмде буйһондороу хыялдары менән халыҡ ижадына әһәмиәт бирмәйбеҙ.
Ер йөҙөндә 2400 самаһы милләт бар. Әгәр һәр халыҡ үҙенең телен белеп, ерен ҡәҙер итеп, икенсе милләттәр менән дуҫ-татыу булып, улар­ҙың да мәҙәниәттәрен ихтирам итеп йәшәһә, кешелек алға китәсәк. Ер шарын да имен, бөтөн, теүәл килеш киләсәк быуындар ҡулына тапшыра аласаҡбыҙ. Демо­графия, экология, ядро ҡоралы проблемаларын ер йөҙөндәге иң бәләкәй ҡәүемдән башлап тәрән тамыр йәйгән ишле милләттәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп хәл итергә тейешбеҙ.
Был донъяуи мәсьәләләр беҙгә – башҡорттарға ла ҡағыла. Арабыҙҙа наҙандар күп: кемдәр ни туған телен, ни башҡа телдәрҙе белмәй, ха­лыҡтар мәҙәниәтен һанламай. Минеңсә, булыр илдең балаһы үҙенең туған телен һәм уның мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Ә быға нигеҙҙе ғаиләлә һалыу зарур: һәр ата-әсә балаһына үҙ халҡына хас исем ҡушырға, уға сәңгелдәк йырҙарын, яҡшылыҡҡа өйрәткән әкиәттәрен һөйләргә тейеш. Үҫә барғас инде ул үҙенең ете быуынын, халҡының тарихын мотлаҡ белергә бурыслы. Тәрән аҡыллы, рухлы булып буй еткергән кеше генә халҡы, теле хаҡында ғына түгел, ә бөтә донъя һәм киләсәк тураһында хәстәрлек күрәсәк. Ул сағында үрҙә әйткән донъяуи проблемалар ҙа юҡҡа сығасаҡ.
Хыялым – гүзәл еребеҙҙә башҡорт туризмы йүнәлешендә эшләү. Әлбиттә, Башҡор­тостанда туризм үҫешә, әммә барыһы ла Европа стандарттары артынан ҡыуа. Мин төҙөйәсәк туристик үҙәк башҡаса буласаҡ. Ул ҙур-ҙур отелдәр­ҙән, ял йорттарынан түгел, ә кейеҙ тирмәләрҙән торған ябай башҡорт йәйләүенән торасаҡ, унда боронғо милли кейемдәрҙәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейә һауып, ҡымыҙ бешәсәк. Халҡыбыҙҙың башҡа көнкүреш кәсептәре менән туристарҙы таныштырырлыҡ шарттар ҙа булдырыласаҡ. Ә ир-егеттәр башҡорттарҙың һунарға йөрөү, ат эйәрләү кеүек шөғөлдәрен күрһәтәсәк. Кискеһен туристарҙы, әйтәйек, сит илдәрҙән йәки икенсе милләттәрҙән булған ҡунаҡ­тар­ҙы башҡорт фольклорынан торған шоуға саҡырасаҡмын: донъяны таң ҡалдырған ҡурай моңон, халыҡ йырҙарын тыңлап, милли бейеүҙәребеҙҙе ҡарап, самауыр янында сәй эсеп кинәнһендәр әйҙә. Әлбиттә, туҡланыу менюһын милли аш-һыу тәшкил итәсәк. Көндөҙ иһә бай тарих, легендалар һаҡлаған ер-һыуҙарға экскурсиялар ойоштороу маҡсатҡа ярашлы булыр ине, минеңсә. Шүл­гәнташ мәмер­йәһен күрһәтеү генә лә үҙе ни торасаҡ! Районыбыҙҙың данлыҡлы күлдәре буйлап турис­тик маршруттар ойошторорға була. Шифалы Яҡтыкүл, бынан 30 – 40 мең йыл элек бында тормош булыуы археологтар тарафынан дәлилләнгән тарихи Ҡа­рабалыҡлы күленә барыу күптәрҙең күңеленә хуш килер, тип уйлайым. Был ниәттәрҙең барыһын да тормошҡа ашырып була, тәбиғәтебеҙ ожмах мөйөшөнә тиң. Юҡҡа ғына Л.Толстой, Д. Мамин-Сибиряк һ.б бөйөк шәхестәр беҙҙең төбәккә килеп ял, ижад итмәгән. Хыялдарымды киләсәктә бойомға ашырыу өсөн бөгөндән ең һыҙғанып тотонорға уй-ниәттәр, маҡсатлы эштәр менән янып-ярһып йәшәйем.

Иҙел ХӘКИМОВ,
Т. Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының XI “А”класс уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға