«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибай музейын Мәскәүҙә лә беләләр!



10.06.2017 Сибай музейын Мәскәүҙә лә беләләр!

Сибай музейын Мәскәүҙә лә беләләр!25 – 29 майҙа илебеҙ баш ҡалаһында Рәсәйҙең һәм сит ил музейҙарын берләштергән XIX халыҡ-ара музейҙар фестивале – «Интермузей – 2017» үтте. Уны Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Музейҙар берлеге ойошторҙо.

Өс йөҙҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль, шәхси музей вәкилдәре ҡатнашҡан мәртәбәле сара «Киләсәк музейы» тип исемләнде. Фестивалдә 15 дәүләттән (Бөйөк Британия, Израиль, Бразилия, Испания, Көньяҡ Судан Республикаһы һ.б.) 25 тарих учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Күр­гәҙмәләрҙе 42 меңдән ашыу кеше ҡараны. Төп майҙанда тармаҡта билдәле ғалим-белгестәр менән осрашыу­ҙар, лекциялар ойошторолдо, төрлө семинар, оҫталыҡ дәресе үтте, проекттар күрһәтелде.
Сибайҙар Рәсәй музейҙар берлеге муниципаль бүлек өсөн ойошторған «N ҡалаһындағы музей...» конкурсында көсөн һынаны. «N… ҡалаһындағы династиялар» темаһы буйынса илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 25 музей вәкилдәре үҙ проекттарын яҡланы. «Сибайҙың таусылар династияһы» эше иң яҡшы ғилми-тикшеренеү проекты номинацияһында еңеүгә өлгәшеп, Рәсәй Музейҙар союзының шәхси призына лайыҡ булды.
Ғөмүмән, был ҙур күләмле халыҡ-ара фестивалдә Сибай тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы федераль кимәлдә икенсе тапҡыр уңышлы сығыш яһаны. 2015 йылда беҙ тәүгә «Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» тигән нәшриәт проектын яҡлағайныҡ. Әле уның 3-сө баҫмаһы донъя күрҙе.
Беҙҙең музейҙың эшләүенә, үҫешенә, уңыштарға өлгәшеүенә ҡала хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге етәкселеге ҙур булышлыҡ итә, даими ярҙам күрһәтә. Коллектив исеменән Хәлит Сөләй­мәновҡа, Гүзәл Ишем­ғоловаға, Элиза Кирәеваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Альбина ЯРМУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
Сибай ҡалаһының тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы директоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға