«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иглин һәм Өфө райондарында – яңы етәкселәр



18.12.2010 Иглин һәм Өфө райондарында – яңы етәкселәр

Иглин районының муниципаль район советы ултырышында район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иглин районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Рафиҡ Мусин тәғәйенләнде.
Рафиҡ Нурислам улы Мусин 1964 йылда Саҡмағош районының Бәрҙәсле ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2009 йылдан алып бөгөнгә тиклем БР Президенты Хакимиәтенең Территориялар, кадрҙар менән тәьмин итеү һәм дәүләт наградалары эше буйынса идаралығының территориялар менән эшләү буйынса бүлегенең мөдир урынбаҫары булып эшләгән.

* * *
Өфө районы муниципаль район советы ултырышында район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район етәксеһе итеп контракт буйынса Рәшит Саттаров тәғәйенләнде.
Рәшит Фәнис улы Саттаров 1960 йылда Ауырғазы районының Степановка ауылында тыуған. Өфө нефть техник институтын тамамлаған. 2008 – 2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй. 2010 йылдың 11 ноябренән Өфө райо­ны муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын үтәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға