«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



16.01.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Әлимә ҒАБДУЛЛИНА,
Әбйәлил райо­нының Күсем ауылы:
– Йылды уңышлы ғына тамамланыҡ. 30 декабрҙә ауылда матур итеп Шыршы байрамы үткәрҙек. Күңелле булды. Яңы йылды Мәүлит кисәһе менән башлап ебәрҙек. Имам-хатип Йәмил Фәйезов менән ҡатыны Шәүрә, ауыл халҡын йыйып, йолаһына тура килтереп, дини байрамды ойошторҙо. Әле, бөтә ауылыбыҙ менән “Йәшлек”кә яҙылып, бүләккә алған гармуныбыҙ менән ауылдар буйлап концерт ҡуйып йөрөйбөҙ. Йәлембәт, Тупаҡ ауылдарында булдыҡ, был аҙнала Әүмешкә йыйынабыҙ. Беҙҙе алып йөрөгән водителебеҙ Володяға ҙур рәхмәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға