RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Китап» өй туйланы

23.11.2010 «Китап» өй туйланы

«Китап» өй туйланыЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Левченко урамындағы бәләкәй ҡыҫынҡы йортонан Октябрь проспектында (2-се йорт) урынлашҡан яңы офисҡа күсте. Йома көндө өй туйы үтте.
Тантанаға килеүсе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров билдәләүенсә, «Китап» – республиканың ғорурлығы, Башҡортостандың төп рух һәм мәҙәниәт усаҡтарының береһе. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға яҙыусылар, күрше республикалар ҡунаҡтары – Татарстан һәм Мари Иленең китап нәшриәттәре директорҙары Дамир Шакиров, Лидия Ильина, Мари Иле Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы начальнигы Владимир Маркин да килгәйне.
«Китап» өй туйланыАл таҫманы киҫеү хоҡуғы «Китап»тың директоры Зөфәр Тимербулатовҡа, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовҡа һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бирелде.
Өй туйы тағы ла бер ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ. Нәшриәттең яңы бинаһының эсендә Зәйнәб Биишеваға мемориаль таҡта һәм стендты асыу тантанаһы ла үтте. Унда арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың улы Тельман һәм ейәне Таһир Әминев ҡатнашты.
Ниһайәт, «Китап» нәшриәтенең дә йылы, яҡты, матур һәм заманса йорто барлыҡҡа килде. Ситтән килгән ҡунаҡтар һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округындағы бер генә нәшриәттең дә бындай бинаһы юҡ икән.

А. ЗИННУРОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар