RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡырым, беҙ һинең менән!”

14.03.2014 “Ҡырым, беҙ һинең менән!”

“Ҡырым, беҙ һинең менән!”Украина составындағы Ҡырым ярымутрауының киләсәк яҙмышы ошо йәкшәмбелә хәл ителеүе ихтимал. Халыҡ референдумға әҙерләнә.
Автономияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән теләктәшлек белдереп, акциялар ойошторола. Башҡортостан да ситтә ҡалманы, әлбиттә. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ҡырымға гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар итте. Бындай ярҙам формаһы йыш ҡына ҡулланыла һәм парламентарийҙарҙың был аҙымына “Афарин!” тиергә ҡала.
Ҡырымда халыҡ референдумы 16 мартҡа билдәләнгән. Ошо уҡ көндө Өфөлә бөтә Украина халҡына теләктәшлек йөҙөнән демонстрация үтә. Күҙаллауҙар буйынса, сарала ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙандан Октябрь проспекты буйлап Спорт һарайынаса киләсәк.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары бығаса ла “Беҙ – бергә!” тигән саҡырыу аҫтында саралар үткәргәйне, автоуҙыш та ойошторолдо.
Республика диндарҙары ла Симферополдә төҙөлөп бөтөп килгән мәсет өсөн ярҙам әҙерләгән. Ҡырымға йыйылған иғәнәләр менән бергә яңы мәсеткә тигән ишек тә ебәреләсәк.
Ҡөрьәндән аяттар уйып яҙылған ике ҡатлы ишек Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы оҫтаханала эшләнгән.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур