RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.03.2014 Өс һөйләм менән

Өфө велосипед юлдарының оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында икенсе урынға сыҡҡан. Баш ҡалала был транспорт төрө өсөн йәмғеһе 28 километр юл һалынған. Исемлектә тәүге урынды Мәскәү биләһә (146 километр), икенселә – Санкт-Петербург (24,5 км).

Дим биҫтәһендә спорт комплексы базаһында яңы бассейн төҙөлдө. Алты йөҙөү юлы булған спорт ҡоролмаһы бер сменала 50 кешене ҡабул итә ала, үлсәме 25 метрға 12 метр, таҙартыу өсөн заманса ҡатмарлы система ҡуйылған. Төҙөлөш 2013 йылдың ноябрендә башланды, уға 18 миллион һум аҡса тотонолдо.

Башҡортостан халҡы Яңауылда шартлау һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалыусыларға 10 331 988 һум аҡса йыйған. Төбәк етәкселеге газ баллоны шартлауҙан зыян күргән йортто апрелгә тиклем тергеҙергә һүҙ бирә. Республика халҡы ҡаза күреүселәргә матди яҡтан ғына түгел, гуманитар ярҙам да күрһәтте.

Төбәктә ауыр йөк машиналарына ҡарата контролде көсәйтмәкселәр – белгестәр әйтеүенсә, һәр икенсе йөк машинаһы талап ителгәндән артыҡ йөк тейәй. Норманан артыҡ ауырлыҡтағы йөк өсөн водителдәр 2 000 – 2 500 һум штрафҡа йәки 4 – 6 айға водитель танытмаһын тартып алыу язаһына тарттырыласаҡ. Йөк өсөн яуаплы вазифалы кешеләргә штраф күләме 15 000 – 20 000 һум, ә юридик шәхестәргә – 400 000 – 500 000 һум.

Әбйәлил районының Нияҙғол ауылында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата матур кисә ойошторол­ған. Байрамға урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың – Зөлфиә Ғәлиуллина, Зилә Ғибәҙәтуллина, Сәлимә Хәйруллина, Лилиә Сәғитова һәм Гөлсинә Шәрәфетдинованың ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылған. Сара мәктәп балаларының концерты менән тамамланған.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сығарылыш уҡыусылары һәм башланғыс, урта махсус белем биреү учреждениеларында белем алыусылар өсөн 29 мартта «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғара. Программала факультеттар менән танышыу, ҡабул итеүгә бәйле һорауҙар буйынса консультация, төрлө тестар эшләү, асыҡ дәрестәр һәм башҡа cаралар ҡарал­ған. Теләүселәрҙе Октябрь революцияһы урамы, 3 а һанлы йортта көтөп ҡалалар.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә