RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

23.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан парламентарий­ҙары «Мәктәпкәсә белем биреү һәм тәрбиәне норматив хоҡуҡи тәьмин итеүҙе үҫтереү» темаһына «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашты. Был сара видео-конференция режимында ойошторол­ғайны һәм унда илдең 80 төбәге вәкилдәре, шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла фекер алышты. Һүҙ, башлыса, мәктәпкәсә белем биреү системаһын камиллаштырыу хаҡында барҙы.

РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин киләһе йылға сәләмәтлек өсөн иң кәрәкле дарыуҙар исемлеген раҫланы. Быйылғы исемлек менән сағыштыр­ғанда, унда 37 яңы препарат өҫтәлгән һәм 16-һы алмаштырылған. Үткән йәйҙәге янғындарҙы иҫәпкә алып, исемлеккә һөрөм газына ҡаршы антидот, шулай уҡ СПИД-тан дауалаусы дарыуҙар ҙа индерелгән.

«Халыҡты «Урыҫ донъяһы» китапхана-мәғлүмәти хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу» программаһына ярашлы, Белорет районының Үҙән, Ҡағы, Үрге Әүжән ауылдарында моделле китапханалар комплексы асылды. Программаның төп маҡсаты – тарихи урыҫ мәҙәниәтен һаҡлау, әхлаҡи тәрбиә биреү, һәр китапхана базаһында бының өсөн тематик үҙәктәр эшләйәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн 62 моделле китапхана бар, йыл аҙағына тиклем тағы 18-е асыласаҡ.

Өфөлә «Яблоко» фирҡәһенең төбәк бүлексәһе пикет уҙғарҙы. Был партия ағзалары һәр айҙың 19-сы көнөндә пикетҡа сыға, был һан хоҡуҡ боҙоуҙар менән бәйле, тип аңлата үҙҙәре. Лозунгыларға килгәндә, «ЖКХ системаһында ришүәтселеккә – юҡ!», «Лайыҡлы пенсия өсөн» плакаттары өҫтөнлөк итә.

Мәсетле районы йәштәре өсөн «Молодой мечетлинец» исемле яңы интернет сайты асылды (www.molmech.ru.). Бында йәштәр өсөн файҙалы һәм көн үҙәгендә торған мәғлүмәттәр ҡуйыласаҡ. Проекттың авторы – Оло Ыҡтамаҡ лицейының 10-сы класс уҡыусыһы, «Уст–102» үҙәге журналисы, «Пчелка» балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, әүҙем лидер Евгений Слесарчук.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе даими һәм ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы ҡағиҙәһе сыҡты. Ул РФ оборона министрының 1280-се бойороғона (30 сентябрҙәге) ярашлы билдәләнә. Министр урынбаҫары Татьяна Шевцова әйтеүенсә, яңы ҡағиҙәлә торлаҡ бүлеүҙә социаль ғәҙеллек принцибы һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә асыҡлыҡ системаһы төп аспект булып тора.

Туймазыла 25 – 27 ноябрҙә уҡыу­сы йәштәр һәм студенттар араһында «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт» тигән бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтә. Бында, республика вәкилдәренән тыш, Татарстан, Мари Иле, Свердловск, Һамар, Силәбе өлкәләренең йәш тикшеренеүселәре килеүе көтөлә, барлығы 280 кешенән ғариза алынған. Еңеүселәр үҙ төбәге намыҫын Обнинскиҙа (Мәскәү яны ҡалаһы) ил кимәлендәге конференцияла яҡларға тейеш.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сығарылған «Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп» («Судеб связующая нить») альманахы бөтә Рәсәй крайҙы өйрәнеүгә бәйле баҫмалар конкурсының финалына һайлап алынған. Конкурс Санкт-Петербургтың Д. Лихачев исемендәге фонды программаһы сигендә үтә, ә программа Рәсәй Президенты Д. Медведев тарафынан хупланған һәм махсус гранттар ярҙамында тормошҡа ашырыла. 130-ға яҡын баҫма араһында еңеүселәр исемлегендә республика продукцияһы булыуы маҡтауға лайыҡ.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Смог в Сибае: что происходит, чем опасно и что делать? Главное

Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"