RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт наградаларын тапшырыу тәртибе үҙгәрҙе

07.02.2014 Дәүләт наградаларын тапшырыу тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостан Президенты дәүләт наградаларын һәм республиканың почетлы исемдәренә түш билдәләрен тапшырыу тәртибе тураһындағы ҡарарҙы раҫланы.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында»ғы Законға ярашлы әҙерләнгән документта, дәүләт наградаларын һәм уларға документтарҙы республика башлығы тапшыра, тип билдәләнгән. Шулай уҡ был эште Президент башҡа вазифалы кешегә лә ҡуша ала, документта быға хоҡуҡлы вазифалы кешеләрҙең исемлеге билдәләнгән.
Ҡарарҙа наградаларҙы тапшырыу ваҡыты раҫланған, наградланыусыларҙың вариҫтарына биреү процесы ла яҙылған, документтарҙың өлгөләре лә күрһәтелгән.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға