RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көслө ил тарҡалмаҫ

07.02.2014 Көслө ил тарҡалмаҫ

Көслө ил тарҡалмаҫйәки Илһөйәр булыр өсөн гимнды ятҡа белеү генә етәме?
Бөгөн ысын патриоттар бармы? Тыуған еренә, Ватанына, халҡына, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро кешеләр ҡалғанмы? Шундай һорау борсой.
Һуңғы ваҡытта илен, телен, халҡын яратыусыларҙың әҙәйгәне һиҙеләме, әллә инде башҡа сәбәптәр бармылыр – ил етәкселәре был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлә башланы. Ошо йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт флагы һәм гербы тураһында яңы закон проектын тәҡдим итте һәм был символдарҙы үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн киңерәк файҙаланырға кәрәклеген белдерҙе.
Документта күрһәтелеүенсә, был проект гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Тәүге уҡыуҙа Дәүләт флагы һәм гербы тураһындағы законға төҙәтмәләр индерелде. Төҙәтмә­ләр­гә ярашлы, хәҙер Дәүләт флагы һәр белем биреү учреждениеһы бинаһында йәиһә территорияһында ҡуйыласаҡ һәм төрлө саралар барышында юғары күтәреләсәк. Ә гимн һәйкәлдәр, төрлө тантаналы сараларҙы асҡанда һәм япҡанда яңғыраясаҡ. Һәр яңы уҡыу йылы уны йырлау менән башланасаҡ. Владимир Путин, һис икеләнмәйенсә, был ғәмәлдең тормошҡа ашырылыуына ышаныс белдерә һәм: “Граждандарҙы символдарға ғына түгел, патриотик тойғоларға ла ҡайтарасаҡбыҙ”, – ти. Яңы закон быйыл 1 сентябр­ҙән көсөнә инәсәк.
“Дәүләт символдарына хөрмәт менән ҡарау тыуған ереңә, тарихыңа һөйөүеңде лә белдерә. Был сифаттарҙы бала саҡтан уҡ тәрбиәләү мөһим. Шунлыҡтан ил башлығының законға индергән үҙгәрештәрендә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә нығыраҡ баҫым яһала. Был законды ҡабул итеү йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге күп кенә проблемаларҙы уңышлы хәл итәсәк”, – ти РФ Дәүләт Думаһының вице-спикеры Сергей Неверов.
Илһөйәрлек – рухи ҡиммәт кенә түгел, ә идеологияла ла, сәйәсәттә лә, мәҙәниәттә лә, ғөмүмән, бөтә өлкәләрҙә лә юғары әһәмиәткә эйә төшөнсә. Патриот – үҙенең ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуын, ҡарашын халҡы, үҙе йәшәгән йәмғиәт өсөн ҡорбан итергә әҙер тороусы. Бөгөн тормошобоҙҙа ысын патриоттар бармы һуң?
2001 йылдан илдә һәр биш йыл һайын патриотик тәрбиә буйынса яңы программа ҡабул ителә башлаған. Бының өсөн сығымдар ҙа арта бара. Мәҫәлән, 2001 – 2005 йылдарҙа музейҙарҙа күргәҙмәләр, хәрби-патриотик клубтар ойоштороу, киң мәғлүмәт саралары аша пропаганда алып барыу өсөн генә лә 178 млн һум аҡса тотонолһа, 2006 – 2010 йылдарҙа был сумма 498 млн һумға барып баҫҡан. 2011 – 2015 йылдарға патриотик тәрбиә биреү программаһының бюджеты 777 млн һум менән билдәләнә.
Тик, илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур көс һалыуға ҡарамаҫтан, үҙен патриот тип һанаусылар иҫәбе йылдан-йыл кәмей барыуы ла күҙәтелә. Шуға күрә лә патриотик идеология – Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн хәл итәһе мөһим проблемаларҙың береһе. Ошо йәһәттән улар һәр ултырышта тиерлек шул мәсьәләне күтәрә, яңы закон проекттары индерә. Һуңғы арала индерелгән закон проекттары араһында чиновниктарға икенсе гражданлыҡ һәм сит илдә йәшәүгә рөхсәт биреүҙе тыйған документтар ҙа бар. Ғөмүмән, был мәсьәлә буйынса фекер­ҙәр икегә бүленә. Патриотизм тәрбиәләүгә дәүләт тарафынан ҙур иғтибар бүленеүенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә, быны хуплаусылар ҙа бар.
“Левада” социомәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе әйтеүенсә, һәр ҡыйыҡҡа Дәүләт флагын ҡуйып, гимнды хор менән йырлай башлауҙан ғына нимәлер үҙгәреп, илһөйәрҙәр күбәйеп китмәйәсәк. Бының өсөн тәү сиратта көслө, бөйөк держава булырға, абруй яуларға кәрәк.
РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы, телетапшырыуҙар алып барыусы Николай Сванидзе иһә: “Рәсәйҙә патриотик тәрбиә биреүҙең төп бурысы – “Тыуған илгә ҡурҡыныс янай”, “Йәшәһен Тыуған ил” лозунгылары аҫтында халыҡты власть тирәһендә туплау һәм уларҙы билдәле бер партия өсөн тауыш бирергә саҡырыу. Бөгөнгө власть яғында тороусыларҙың барыһы ла патриот. Әгәр ҙә оппозиционер икән, тимәк, ул илен дә, халҡын да яратмай. Ундайҙарҙы сит ил агенты йәки шпион менән сағыштырырға була”, – ти. Уның фекере буйынса, бөгөнгө властың эшмәкәрлеге үҙ илен яратҡан граждандар тәрбиәләүгә түгел, ә дәүләт, власть патриоттарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Үрҙә телгә алған “Левада” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Рәсәй халҡының 22 проценты илдән китеү теләге менән йәшәй. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, студенттарҙың – 45, эшҡыуарҙарҙың 38 проценты сит илгә китеү уйы менән яна.
Дәүләт, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереүҙе бала саҡтан башлау кәрәк, тип һанаһа ла, үҙе үк ошо граждандарына ҡарата ғәҙелһеҙлек күрһәтә. Мәғариф системаһы ҙур болғаныш, үҙгәреш кисерә, күпләп мәктәптәр ябыла. Тыуған иле өсөн кәрәкле кешеләр булып үҫеү теләген үҫтергән, билдәле шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән түңәрәктәр йә бөтөнләй эшләмәй, йә түләүлегә әйләнә. Балалар берҙәм дәүләт имтихандары осоронда ғына ла үҙҙәренә ҡарата ышанмаусанлыҡ белдерелеүен, психологик кәртәләр барлыҡҡа килеүен күрә. Ошондай ғәҙелһеҙлектәрҙән һуң да тыуған илен, ундағы идара итеү системаһын хөрмәт иткән кешеләр табыла икән, бына шундайҙарҙы ысын мәғәнәһендә илһөйәрҙәр тиергә лә булалыр.
Ватанын, илен һәр кем үҙ күҙлегенән сығып ярата. Был, һис шикһеҙ, кешенең ниндәй мөхиттә йәшәүенә, кемдәр менән аралашыуына, уның белеменә, холоҡ-ғәҙәтенә лә туранан-тура бәйле. Хәҙер совет заманындағы кешеләрҙең илһөйәрлек сифаттарына нығыраҡ эйә булыуы менән һәр кем килешер. Бер нәмәгә лә көсләп һөйөү уятып булмай. Бөгөн иһә илебеҙ гимнының һүҙҙәрен ятҡа белеү түгел, уны ишетеп тә ҡарамаған кешеләр бар икән, уйланырлыҡ урын бар.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға