RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Власть кешегә эшләһен өсөн тырышасаҡмын»

21.08.2010 БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Власть кешегә эшләһен өсөн тырышасаҡмын»

Башҡортостан етәксеһенең республиканың төп ТВ-каналы аша халыҡ менән аралашыуы сәғәтен күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Рөстәм Зәки улы 60 минут эсендә байтаҡ һорауға яуап бирҙе, төбәктәге хәл-торош менән таныштырҙы.
Теп-теүәл бер сәғәт барған һөйләшеүҙә телекүпер аша баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында йыйылған халыҡ һәм Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылы кешеләре лә ҡатнашты.

«Интернет аша ғына түгел, күҙмә-күҙ ҙә күп осрашырбыҙ әле»

Шуны тағы бер тапҡыр билдәләргә кәрәк: Р. Хәмитов Президент вазифаһына килеүгә бер нисә көн үтеүгә үк интернет селтәрендә аралашыу өсөн үҙ блогын булдырғайны. «Тура эфир»ҙы алып барыусы тәүге һорауын да ошоға йүнәлтте. «Миңә мәғлүмәттәрҙе «тәүге ҡулдарҙан» алыу мөһим, шунлыҡтан блог үҙенең миссияһын үтәй, тип уйлайым, кешеләр тауышын ишетәм, уларҙы борсоған һорауҙарҙы беләм, – тине уға яуап итеп Башҡортостан Президенты. – Әммә интернеттан тыш та аралашыуҙың икенсе ысулы бар – ул осрашып һөйләшеү. Шулай уҡ телевидение-радио, гәзит-журналдар аша. Былар барыһы ла бик һәйбәт. Виртуаль аралашыуҙа ғына туҡтап ҡалыр­ға ярамай».

Торлаҡ, торлаҡ һәм тағы ла торлаҡ

Был һәр заманда ла кешеләрҙе иң борсоған мәсьәлә булып ҡала килә. Президент менән аралашыуҙа ла, әлбиттә, яңғырамай ҡалманы. Салауат ҡалаһынан «тура эфир»ҙа һорау бирер өсөн махсус килгән Александр Әсәҙуллин ғаиләһе менән «снос»ҡа эләккән иҫке йортта йәшәгән. «2001 йылда яңы фатир­ҙар бүленде, әммә беҙгә килеп етмәне – ҡайҙалыр «юғалды». Йортобоҙҙо иһә боҙҙолар, ер участкаһы хәҙер – төҙөлөш майҙаны, бында закон боҙоу ап-асыҡ күренә», – ти ул.
«Республикала бер ай эшләү дауамында халыҡтан төрлө ауыр мәсьәләләр тураһында үтенестәр күп ишеттем. Торлаҡҡа бәйлеләре лә етерлек. Бик ҡатмарлы хәл. Хоҡуҡ һаҡлау органдары халыҡты яҡларға бурыслы. Беҙ барыбыҙ ҙа кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Бындай ситуация бигерәк тә тиҙ хәл итеүҙе талап итә. Әгәр закон боҙолоп, ябай халыҡ мәнфәғәте яҡланмаһа, һорау ҡаты буласаҡ», – тип яуапланы Р. Хәмитов.
Әйткәндәй, йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле программаларҙа ҡатнашыусылар документация әҙерләүҙе ябайлаштырыу мөмкинлеген ҡарауҙы ла һорай. Был бик ҡатмарлы процесс һис кенә лә йәш ғаилә файҙаһына түгел, тиҙәр.
Президент бюрократизмды заманыбыҙҙың иң сетерекле проблемаларының береһе тип атай. «Коррупциянан ҡала, ошо бюрократлыҡ та күңелде әрнетә. Һәр сөскөрөүгә тиерлек ҡағыҙ талап ителә. Быға нөктә ҡуйырға кәрәк. Йылдарға һуҙылған сылбыр хасил булғанын да беләм. Шунлыҡтан бөтә процедураларҙы ябайлаштырыу мотлаҡ тип һанайым».
Яңғыраған һорауҙар араһында йорттарҙың фасадын төҙөкләндереүҙәге етешһеҙлектәр тураһында ла телгә алынды.

«Коррупцияны еңмәйенсә, алға бара алмаясаҡбыҙ»

«Мин вазифама килгәс тә ошо һүҙҙәрҙе әйткәйнем», – тине Рөстәм Хәмитов ришүәтселек хаҡындағы һорауға яуап итеп. – Коррупция – йәмғиәткә бығау ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙ ҙа унан азат түгел. Властағыларҙың ҡайһы берәүҙәре улар ғына дөрөҫ эшләй, барыһын да белә, бөтәһе лә мөмкин, уларҙың ғына бюджетҡа хоҡуҡтары бар тип уйлай. Быны тамырынан юҡ итергә кәрәк! Бюджет аҡсаһы – изге нәмә. Халыҡтыҡы бит ул! Уға тейергә ярамай, бигерәк тә «бысраҡ» ҡулдар менән.
Әйткәндәй, Башҡортостан бюджеты 100 миллиард һум тәшкил итә. Уны республикала йәшәгән 4 миллион кешегә бүлһәк, бер йылға 25 мең һум тура килә. Сағыштырыу өсөн: Мәскәүҙә был күрһәткес – 10 тапҡыр, Санкт-Петербургта – 6 – 7, Себер яҡтарындағы нефть табыусы райондарҙа 12 тапҡыр артыҡ. Мәғарифҡа беҙ бюджеттың өстән бер өлөшөн бүләбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауға ла ҙур ғына өлөш китә. Бюджетты үҫтереү иң тәүҙә һалымға бәйле. Бының өсөн предприятиеларҙың уңышлы эшләүе һәм артыуы шарт».

«Хаҡтар контролдә буласаҡ»

Быйылғы ҡоролоҡ йылы аҙыҡ-түлек хаҡтарының һиҙелерлек артыуына килтерәсәге тураһындағы хәбәрҙәр беҙҙең ҡолаҡтарҙы даими «шаулатып» тора. «Тура эфир»ҙағы диалогта Пре­зидентҡа бындай һорау ҙа бирелмәй ҡалманы. Ысынлап та, беҙгә, Баш­ҡортостан халҡына, хаҡтар артыуы ниндәйерәк кимәлдә йоғонто яһар һуң?
«Беҙ баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, шуға ла хаҡтар менән ҡәтғи идара итеп була, тип әйтә алмайым. Баҙар ихтыяж принцибы буйынса йәшәй. Беҙҙә хаҡтарҙың, башлыса, онға, он изделиеларына һәм ҡарабойҙай ярмаһына артыуы күҙәтелә. Башҡортостанда иген запасы ҡышты сығып, икенсе уңыш йыйыуға тиклем етерлек. Беҙҙә бөтәһе 200 мең тоннанан ашыу иген ҡулланыла. Беҙ әле икмәк комбинаттарына кредиттар бүләбеҙ. Рәсәйҙең уңыш яҡшы булған башҡа субъекттарынан аҙыҡ-түлек һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр башланыҡ. Ғөмүмән, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге – бик мөһим өлкә. Бөгөн эш көндәре лә хаҡтарҙы анализлау менән башлана. Әҙ тәьмин ителгәндәр икмәк һатып ала алмайынса ултырмаһын, тип тырышабыҙ».
Юл аҙаплы булмаһын

Рәсәйҙә ике проблема бар, шуларҙың береһе – юл, тигән лаҡапҡа тартым әйтем юҡҡа йөрөмәйҙер, ахыры. Юлдарҙы төҙөкләндереү, яҙғы ташҡын сәбәпле өҙөклөктәр, соҡор-саҡыр­ҙар һәм асфальт йәйеү проблемаһы – былар бер ҡасан да бөтмәҫ эштер ул. Президент менән телекүпер аша осрашыуға сыҡҡан Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылы халҡы ла үҙҙәрен борсоған һорауҙың нәҡ юлға бәйләнгәнен белдерҙе: район үҙәге Раевкаға уңайлы юл булмау арҡаһында байтаҡ проблема тыуа икән. Барлығы ете саҡрым юлды төҙөкләндерһәләр, бала-саға мәктәпкә лә рәхәтләнеп йөрөр ине, тип үтенәләр.
«Беҙ яңы Хөкүмәт составы менән махсус рәүештә ведомство-ара транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты булдырҙыҡ. Элек ул архитектура, төҙөлөш менән бергә эре министрлыҡ ине. Хәҙер комитет хеҙмәткәрҙәре көнө буйына тик транспорт һәм юл хужалығы менән генә шөғөлләнәсәк. Беҙҙә һуңғы йылдарҙа байтаҡ юл төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Әммә ике ауыл эргәһендә юл юҡ икән, был инде ҙур етешһеҙлек».

Йәштәргә – эш

«Бөгөн йәштәрҙең күбеһе йә эш таба алмай йонсой, йә ваҡытлыса ғына эшләй. Миңә юғары, махсус уҡыу йортон тамамлаусылар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Эшкә урынлашҡанда йә стаж кәрәк, йә ниндәйҙер рекомендациялар һорала. Һуң ниндәй өҫтәмә талаптар булыуы мөмкин – йәш кеше яңы ғына уҡып бөткән!
Ғөмүмән, йәштәр мәшғүллеге менән ентекле шөғөлләнәсәкбеҙ. Бөгөн педагогик йүнәлештәге уҡыу йорттары йылына 5000 самаһы белгес сығара, ә барлығы 1000 генә уҡытыусы талап ителә. Ә ҡалған 4000-е ни эшләй? Беҙ шул сама кешене эш тапмаҫҡа дусар итәбеҙ түгелме? Ошо мәсьәләне вуздар ҡайтанан ҡарарға тейеш. Ниндәй профессияға ихтыяж ҙур, шуларҙы әҙерләргә кәрәк. Әле 1 миллион 800 мең кеше республика иҡтисадында эшләй, ә хеҙмәткә яраҡлылар 2 миллион 400 мең кеше иҫәпләнә. Дөйөм алғанда ла, эшкә урынлашыу проблемаһы бар. Уны даими анализлап торасаҡбыҙ һәм ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ».

Әйткәндәй

«Тура эфир»ҙа һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү, баш ҡалала спорт комплекстарын арттырыу, йорттар алдында уйын майҙансыҡтары торошо, алдан­ған дольщиктар проблемаһы, Мәскәүгә һалым кеүек һорауҙар ҙа (Р. Хәмитов әйтеүенсә, июлдә республика үҙәккә 51 процент һалым түләгән) яңғыраны.
Эфир ваҡытында студияла беҙҙең коллегалар – башлыса, федераль киң мәғлүмәт сараларының Башҡортостанда эшләгән вәкилдәре лә булып, Президентҡа күҙмә-күҙ ҡарап, һорау бирә алды. Республиканың милли баҫмалары бындай бәхеттән мәхрүм ҡалды.

һүҙ аҙағында


«Ҡайһы бер чиновниктар һеҙҙең портретты кабинеттарына элә башлаған, быға нисек ҡарайһығыҙ?» – тигән һорау­ға яуап итеп Президент, эш бүлмәләрен Башҡортостан тәбиғәте һүрәтләнгән картиналар биҙәһә, яҡшыраҡ булыр ине, тип яуапланы. «Тура эфир»ҙа «Президент сәғәте» тапшырыуы Рөстәм Зәки улының тыуған көнөнә тура килде. Үҙе әйтеүенсә, был көн, ғәҙәттәгесә, эш менән башланған. Ә инде эфир аша аралашыу формаһы файҙалы, кәрәк, тип һанай ул. Әлбиттә, булған проблемаларҙың бөтәһен дә тиҙ арала хәл итеү мөмкин түгел. «Мин республика өсөн эшләйем, башҡа эшем юҡ. Халыҡ өсөн тырышасаҡмын», – тип йомғаҡланы һүҙен Президент.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар