RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

20.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан делегацияһының 9 –13 ноябрҙә IV Рәсәй-Япония инвестиция форумында ҡатнашыуы йомғаҡтары буйынса республика хөкүмәтендә үткән координацион кәңәшмәлә интернетта Башҡор­тостан тураһында япон телендәге сайт барлыҡҡа киләсәге тураһында һүҙ барҙы. Япондар Башҡортостанға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән һәм беҙҙең республика, уның иҡтисади, тәбиғәт потенциалы тураһында күберәк белеү өсөн ентеклерәк мәғлүмәт кәрәгәсәк. Шунлыҡтан япон телендәге сайт булдырыу ихтыяжы килеп тыуған.

Киләһе йылда Башҡортос­тан­да коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҫеше 15 проценттан артмаясаҡ, тип белдер­ҙе БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сә­лимгәрәев. Был күрһәткес түбән булырға мөмкин, әммә унан юғары күтәрелергә тейеш түгел. Алдағы йылдарҙа республика хаҡтарҙы биш йылға көйләүгә күсмәксе.

17 ноябрҙә милицияның участ­ка уполномоченныйҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо дата уңайынан иң яҡшы участковый­ҙарҙы асыҡлау буйынса конкурс та үтте. Быйылғы еңеүсе – Өфөнөң Орджоникидзе районының 18-се милиция пункты хеҙмәткәре, майор Шамил Маликовҡа автомобиль тапшырылды.


Екатеринбург, Силәбе, Өфө юл­дары Рәсәйҙә иң хәүефлеләрҙән һанала. Төбәк-ара йәмәғәт үҙәге халыҡ һанын, юл оҙонлоғон, юл-транспорт ваҡиғаларында зыян кү­реүселәрҙе иҫәпләп, ошондай мәғлүмәт биргән. Ә хәүефһеҙ юллы ҡалалар исемлегенә тәүге ун айҙа Төмән, Новосибирск, Санкт-Петербург, Во­ро­неж, Омск, Липецк һәм Рязань ин­гән.

Баш ҡаланың Орджоникидзе район суды әрменән ҡасып йөрөүсе 27 йәшлек егетте шартлы рәүештә алты айға хөкөм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Ваҡытында был кеше, вузда уҡыуы сәбәпле, кисектереү алған, артабан өйләнеп, балалары булған. Әрме йәшенән үткәс, уны яуап­лылыҡҡа тарттырырға булалар, тик егет һәр төрлө саҡырыуҙы ла инҡар итә, әммә тотола һәм изолятор­ҙа ике ай хөкөм ҡарарын көтә.

«Алтын ҡуллы оҫта – 2010» республика конкурсы сигендә Әбйәлил районы оҫтаһы Рәсилә Вәлиева ҡулдан туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Конкурсты ойоштороусылар – БР Һөнәрселек палатаһы, баш ҡала хакимиәте, Өфө ҡалаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса фонды, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Әбйәлил районы хакимиәте. Оҫталыҡ дәресе 22 ноябрҙә Октябрь проспектындағы 4-се йортта үтәсәк.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!