RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ут урамдарҙа түгел, йөрәктәрҙә ҡабынды!

27.12.2013 Ут урамдарҙа түгел, йөрәктәрҙә ҡабынды!

Ут урамдарҙа түгел, йөрәктәрҙә ҡабынды!Олимпия утын ҡаршы алыу өсөн 20 декабрҙә Өфөнөң тимер юлы вокзалында иртәнге сәғәт унда халыҡ күп йыйылды. Тантанала Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов та ҡатнашты. Республикабыҙҙың милли колоритлы ижади коллективтарының сығыштары ла байрам кәйефе өҫтәне. Факелды тотоп, Өфө урамдары буйлап беренсе булып йүгереүсе 2004 йылғы Олимпиаданың бронза призеры Руслан Насибуллинды күргәс, күңелдә шундуҡ: “Их, Олимпия уты факелын тотоп ҡарау бәхете генә булһа ла эләкһен ине!” – тигән уй дәртләндереп, факел артынан ҡалмай йөрөргә мәжбүр итте.
Баш ҡаланың төрлө урындарында юлдар бер-бер артлы ябылып торһа ла, ут артынан йөрөргә форсат табып, башҡа халыҡ менән бергә ҡыуанырға, рәхәтләнеп фотоға төшөргә, тантана итергә насип булды. Алдан уҡ шуны билдәләге килә, моғайын, әле Олимпия утының беҙгә лә килеп китеүенең әһәмиәтен аңлап, һиҙеп-тойоп та бөтөп булмайҙыр. Ут беҙҙең баш ҡалала 86 километр самаһы юл үтте. Олимпия утын Өфө буйлап 400 кеше йөрөттө. Уны күрергә тип, меңдәрсә халыҡ урамдарға сыҡты, балаларҙың, йәштәрҙең, таяҡҡа таянып сыҡҡан ололарҙың шат тауыштары, күңелле көйҙәр һәм башҡа бик күп атрибутика эстафетаға йәм һәм ғәм өҫтәне.
Беренсе көндә ут баш ҡаланың мөһим, тарихи урындары буйлап йөрөтөлгәндән һуң, 800 Ҡыш бабай ҡатнашлығында бик шәп парад менән финишҡа барып етте. Олимпия уты эстафетаһының Өфөләге тәүге көнөн “Аҡбуҙат” ипподромындағы саралар тамамланы. Шәп булды был көндәр, хатта маршрутҡа эләккән магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы ла сикләнеләр. Яҙмыш иронияһы мотлаҡ булырға тейеш бит инде – Өфөнөң тап Сочи урамында Олимпия уты саҡ һүнмәй ҡалды. Ләкин ниндәйҙер мөғжизә менән ҡабаттан айырыуса көс менән тоҡанып китеп, маршрутын дауам итте.
Факелды йөрөтөү бәхетенә лайыҡ булыусыларҙың күпселеге факел менән яҡынса алғанда 200 – 300 метр самаһы юл үтте. Беҙгә спортсыларҙың береһе менән һөйләшеп алырға ла насип булды.
Ул – Өфөнөң Ибраһимов урамы буйлап Олимпия утын тотоп йүгереүсе Хәмит Мортазин. Еңел атлетика буйынса 40 тапҡыр Баш­ҡортостан чемпионы, республикабыҙҙа 12 тапҡыр рекорд ҡуйған кеше. Спорт ветеранына 65 йәш.
– Факелды тотоп йүгергән ваҡытта тойған хистәрҙе аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Башҡа халыҡ менән бергә дөйөм кәйеф күтәренкелеге, тантана тойҙом. Хәтәр шәп булды инде ул – минең йүгергәнде ҡарар­ға бөтә дуҫтарым, туғандарым килде. Ғүмергә күреп белмәгән, ләкин буласаҡ Олимпиада килтергән хистәр беҙҙе туғандар кеүек яҡынайтҡан кешеләр менән бергәләшеп ҡыуандыҡ, фотоға төштөк. Тиҫтәләрсә йыл элек Мәскәүҙә үткән уйындарҙа булғайным инде. Ул ваҡытта спорт белгестәре араһында ойошторолған конкурста еңеп, Олимпиадаға туристик путевка алғайным.
Эстафетала ҡатнашыуҙы тулҡынланып көтһәм дә, был көнгә махсус әҙерләндем тип әйтеп булмай. Мин һәр ваҡыт спорт менән дуҫмын, физик яҡтан төрлө сараларға әҙер булған ветеранмын, – тине ул.
“Сочи – 2014” Олимпия утының беҙҙәге ике көнлөк марафоны “Өфө – Арена”ны уратып, үҙенсәлекле түңәрәк эшләп тамамланды. Факелды Өфөлә һуңғы тапҡыр тотоу­сы – бобслей буйынса спорт мастеры, 2006 йылда Туринда үткән Ҡышҡы олимпиадала көмөш миҙал яулаусы Алексей Селиверстов, үҙенең эстафета метрҙарын үтеп, Боҙ һарайының сәхнәһенә менде. Унда ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһының Олимпия утын тоҡандырҙы.
– Өфө ике көн буйы Олимпия утының баш ҡалаһы булып торҙо. Барығыҙҙы ла ошо айҡанлы ҡотлайым! Беҙҙең илдең йыйылма командаһында булған спортсыларыбыҙға еңеүҙәр һәм яҡшы күрһәткестәр теләйем, – тине республика башлығы.
“Өфө – Арена” тирәһендә Олимпия уты тоҡанған ваҡытта барлыҡҡа килгән кәйеф ғүмергә иҫтә ҡалыр. Ут беҙгә Магнитогорск ҡала­һынан килгәйне. Хәҙер ул Ырымбурға йүнәлде. Өфө урамдары, майҙандары буйлап ҡына янып үтмәне Олимпия уты, беҙҙең йөрәктәргә лә осҡон һалып китте. Моғайын, ошо көндәрҙә күптәр шуны аңлағандыр – йөрәгендә осҡон булған кеше Олимпиада­ларҙа ғына түгел, үҙ тормошонда ла рекорд ҡуя ала. Ябай кеше өсөн ошо ышаныс кәрәк!

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә