RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт йылының эмблемаһы раҫланды

22.11.2013 Мәҙәниәт йылының эмблемаһы раҫланды

Мәҙәниәт йылының эмблемаһы раҫланды2014 йыл Башҡор­тос­танда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле иғлан ителгән иң яҡшы эмблема конкурсына йом­ғаҡ яһалды. Комиссия барлығы 50 эш ҡабул итте, авторҙар араһында профессиональ рәс­самдар, ябай граждандар, хатта балалар ҙа бар ине.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек ит­кән комиссияла эштәрҙе Б­Р-ҙың атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәжитов, Хатип Фазылов, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Тәлғәт Мәсәлимов, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нә­сих Хәлисов баһаланы. Шулай итеп, Азат Фәй­зиевтың (Өфө ҡалаһы) мәғәнәле, аңлайышлы булыуы, сағыулығы һәм ыҡсымлығы менән айырылып торған эмблемаһы иң яҡшы эш тип табылды. Жюри ағзалары үҙ-ара кәңәш иткәндән һуң Азат Хәмзә улына ҡайһы бер деталдәрҙе урын-еренә еткереп эшләргә ҡушты. Осона сыҡҡандан һуң эмблема Мәҙәниәт йылын уҙғарыу буйынса комитет­ҡа тапшырылды һәм уны БР Хөкүмәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова раҫланы.
Эмблеманың композиция структураһы һәм элементтары төрлө сәнғәт төрҙәрен сағылдыра. Театр колоннаһы формаһында үтәлгән эмблеманың төҫ палитраһы һынлы сәнғәтте, ноталарҙы һәм ҡурай сәскәһен символлаштыра. Автор аңлатыуынса, бында ете элемент – ете йәйғор төҫө (күрәбеҙ), ете нота (ишетәбеҙ), милли һәм республика символы булған ҡурай сәскәһе (тоябыҙ).
Еңеүсе – “Эврика. Ҡайҙа уҡырға барырға?” журналының мөхәррире Азат Фәйезов 40 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Л. ҺИҘИӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә