RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

16.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың йәш ғалимдары Руслан Ямалиев, Антон Свистунов һәм Руслан Кинйәғолов, Пермдә үткән Волга буйы йәштәр инновация конвентында үҙ проекттарын тәҡдим итеп, ҙур уңышҡа өлгәште. «Баҫымды изотермик көйләүсе» проекты менән «Инновация продукты» номинацияһында беренсе урынды яулаған Антон Свистунов федераль кимәлдәге конвентта ҡатнашасаҡ. Руслан Ямалиев менән Руслан Кинйәғолов «Инновация проекты», «Инновация идеяһы» номинацияларында призлы урынға лайыҡ булды.

Өфөнөң «Тиҙ ярҙам» станцияһы үҙ эшенә тағы ла бер яңылыҡ индерә. Тиҙҙән ишетеү һәләте буйынса инвалидтарҙан СМС-хәбәр аша саҡырыу ҡабул ителәсәк. Станцияның баш табибы Марат Йыһаншин белдереүенсә, шылтыратып заявка бирергә һәләтһеҙ граждандар өсөн ошо маҡсатта айырым исемлек төҙөлә.

НефАЗ – 52998 автобусы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты дипломына лайыҡ булды. НефАЗ – 52998 автобусы ҡала йәмәғәт транспорты булып тора, 39 урынлыҡ, 140 кешене һыйҙыра ала. Ул ғәҙәти ҙур автобустан ҙурыраҡ, шуға ҡарамаҫтан, ҡала урамында етеҙ хәрәкәт итеүгә көйләнгән, иҙәненең тәпәш булыуы ла пассажирҙар өсөн уңайлы.

Дыуан районының Таҙтүбә ауылында наркотикка бәйлелек менән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге православие реабилитация үҙәге асылды. Бында бер юлы ун кешегә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге булдырылған, илдең төрлө төбәгенән, теләһә ҡайһы милләт вәкиле ҡабул ителә. Бөгөн республикала дини ойошма һәм конфессиялар асҡан 15 реабилитация үҙәге эшләп килә.

Үткән ял көндәрендә Стәрлета­маҡта тәүге ит йәрминкәһе уҙҙы. Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары етештереүселәре һа­тыуға бөтәһе 1980 кг һыйыр, 1500 кг сусҡа ите, байтаҡ һарыҡ, йылҡы ите килтергәйне. Бынан тыш, ҡош-ҡорт үҫтереүселәр ҙә уңышлы ғына сауҙа итә алды.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өс һүҙлек сығарҙы. Улар – Вәкил Хажиндың «Башҡорт-рус һәм рус-башҡорт кеҫә һүҙлеге», Дәүләткирәй Мәһәҙиевтың «Ислам дине» белешмә-һүҙлеге һәм Луиза Сәмситова төҙөгән лингвокультурологик һүҙлек. Әйткәндәй, Ислам дине буйынса белешмә башҡорт телендә тәүге тапҡыр нәшер ителгән һәм унда Ҡөрьән сүрәләре, аяттары, бәйғәмбәрҙәр тураһында мәғлүмәттәр бирелә.

Башҡортостанда йыл башынан ҡырағай йәнлек аулауҙа 217 ҡағиҙә боҙоу теркәлгән, 27 мышы һәм 26 ҡабан браконьерҙар ҡорбаны булған. Асыҡланған факттарға ярашлы, хоҡуҡ боҙоусы һунарсыларға ярты миллион һумға яҡын штраф һалынасаҡ. Рейдтарҙа Эске эштәр министрлығында теркәлмәгән 20 һунар мылтығы тартып алынған.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Рәсәй атыш союзының урындағы бүлексәһе пуля менән атыу буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогына ярыш уҙғар­ҙы. Сара урыны итеп Белорет ҡалаһы һайланғайны. Ярышта ҡатнашыусы ике тиҫтәгә яҡын команда араһында Стәрлетамаҡтың ДОСААФ мәргәндәре өсөнсө урынды яуланы, был ойошмала пневматик ҡоралдан атыу иң таралған спорт төрө һанала.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар