RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәндә – йәштәрҙең үҙ юлы

13.11.2010 Фәндә – йәштәрҙең үҙ юлы

Кисә БР Хөкүмәте йортонда 2009 йыл өсөн Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте
Фәндә – йәштәрҙең үҙ юлы Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, комиссия ағзалары, юғары уҡыу йорттары рек­торҙары ҡатнашты.
Йәштәрҙең фәнгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, республиканың фәнни ҡеүәтен йәш көстәр менән байытыу, яңы идеяларға юл асыу буйынса Башҡортостанда даими эш алып барыла. Уҡыу йорттарында уларға ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыла, ғилми асыштарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, премиялар тапшырыла. Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы булдырылыуы ла шуның асыҡ миҫалы.
Йәш ғалимдарға был мәртәбәле премия 2002 йылдан алып тапшырыла. Ул лайыҡ булыусыларҙың күптәре өсөн үҙҙәренең ғилми асыштарын тормошҡа ашырыу, яңынан-яңы эҙләнеүҙәр алып барыу, фәндә яңы баҫҡыстар яулау өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булып тора.
Конкурс йәш ғалимдар араһында киң популярлыҡ яулап, йылдан-йыл унда үҙҙәрен һынап ҡараусылар һаны арта бара. Быйылғы конкурсҡа барыһы 51 эш тәҡдим ителгән. Улар араһында «Каустик», «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәттәре кеүек республиканың иң ҙур предприятиелары вәкилдәре лә бар. Шулар араһынан техник фәндәр өлкәһендә Өфө дәүләт нефть техник университетынан авторҙар коллективы – Александр Вәлиев, Сергей Китаев, Илдар Шаммазовтарҙың дөйөм хеҙмәте, тәбиғи фәндәр өлкәһендә – Башҡорт дәүләт аграр университетынан Дамир менән Әмир ҡотлояровтарҙың ғилми эҙләнеүҙәре һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә Илгиз Солтанморатовтың «Этностың социаль-демографик үҫеше» тигән монографияһы иң юғары баһаға лайыҡ булды.
– Бөгөн ныҡышмалы хеҙмәте менән фәнгә үҙ өлөшөн индереүсе иң лайыҡлы йәштәр генә тейешле баһаһын алды. Фәндә йәштәр – һәр ваҡыт яңы һулыш, яңыса ҡараш, ижади эшмәкәрлек ул. Быйылғы конкурста баш ҡала вуздары вәкилдәренең генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларының да йәш ғалимдары үҙҙәренең эшен тәҡдим итеүе, вуз һәм академия белгестәренең генә түгел, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренең дә ҡатнашыуы һөйнөслө. Конкурсҡа тәҡдим ителгән һәр эш юғары баһаға лайыҡ, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Гуманитар фәндәр өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыусы Илгиз Солтанморатов Башҡорт дәүләт университеты философия һәм социология факультетын тамамлаған, Өфө дәүләт авиация техник университеты аспирантураһында уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
– Бөгөн минең өсөн иң ҡыуаныслы көндәрҙең береһе. Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы гранты тапшырылыуы һәм шуның лауреаты булыуым ғилми эҙләнеүҙәремде монография итеп сығарыуға һәм бөгөнгө конкурста еңеүгә алып килде. Ғилми эшемдең төп асылы шунда: халыҡтарҙы һаҡлап алып ҡалғанда ғына илебеҙҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, – ти социология фәндәре кандидаты үҙенең еңеүе һәм ғилми хеҙмәте хаҡында.
Лауреаттар көндәлек тырыш хеҙмәте, һәләте һәм маҡ­сатҡа ынтылыусанлығы менән үҙҙәре һайлаған өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Киләсәктә уларҙы тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтөп торһон!
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә