RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсми хроника

13.11.2010 Рәсми хроника

Илдең эре банкылары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Северный морской путь» банкыһы (СМП Банк) идараһы рәйесе Дмитрий Калантырский менән осрашты. Һөйләшеүҙәрҙә Башҡортостандың ошо банк менән хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы. Республикала СМП Банк секторын үҫтереү менән бер рәттән, был учреждениеның төбәктә торлаҡ йорттар, автомобиль юлдары төҙөүгә бәйле стратегик проекттарҙа ҡатнашыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү мөмкинлеге лә ҡаралды.
Осрашыуҙа «Инвесткапиталбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Шамил Ибраһимов, «Төҙөлөш инвестициялары идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дирек­торҙар советы ағзаһы Игорь Стрижнев та ҡатнашты. Шамил Ибраһимов белдереүенсә, банкының яҡын аралағы күҙаллауҙарының төп йүнәлештәре – халыҡҡа, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һәм төҙөлөш комплексы предприятиеларына кредиттар бүлеү. Бының менән «Инвесткапиталбанк» Башҡор­тостан сәнәғәте үҫешендә, эш урындары булдырыуҙа мөһим роль уйнарға мөмкин. Игорь Стрижнев та банкыларҙың республика иҡтисадын инвестициялау менән ҡыҙыҡһыныуын әһәмиәтле тип билдәләне.
Әйткәндәй, «Северный морской путь» банкыһы 2001 йылда төҙөлөп, хәҙер Рәсәйҙең 24 төбәгендә эшләй, илдең иң ышаныслы кредит ойошмалары рейтингында алтынсы урынды биләй. «Moody,s» халыҡ-ара рейтинг агентлығы ла уны тотороҡло тип баһалаған.

Виктор Христенко Өфөлә булды

Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко Өфөгә эш сәфәре менән килгәнендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең (ӨМЭПБ) ҡайһы бер объекттарында, шул иҫәптән перспективалы газ турбинаһы двигателдәре етештереү өсөн турбиналар һәм компрессор роторҙары әҙерләү комплексының йыйыу участкаһында, махсус технология ҡулланып двигателдәр йыйылған заводтың йыйыу производствоһында булып, Рәсәй хәрби һәм тыныс тормошта ҡулланылыусы вертолеттар двигателдәре эшләү проекттарын тормошҡа ашырыу барышы, тармаҡты үҫтереү перспективалары менән танышыу үтә мөһим, тип билдәләне.

Япондар ҡыҙыҡһына

Башҡортостан делегацияһы Японияға сәфәре барышында япон компаниялары вәкилдәре менән осрашып, һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Республикабыҙҙа ағасты тулыһынса эшкәртеү, аҙ ҡатлы төҙөлөш технологияларын индереү өлкәһенә Япониянан потенциаль инвесторҙар йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Тиҙҙән япондар беҙҙең республикаға һәм Урал аръяғы райондарына яуап сәфәре менән киләсәк.

Таныш булығыҙ – яңы министрҙар

Рәсми хроникаБР Президенты Указы менән БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп Иванова Ленара Хәким ҡыҙы тәғәйенләнде.
2006 йылдан алып ошо көнгә тиклем БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
«БР мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған.
* * *
БР Президенты Указы менән БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Р. Тимербаев вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды.
* * *
Рәсми хроникаБР Президенты Указы менән БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры итеп Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы тәғәйенләнде.
2008 йылдан бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй.
И. Ялалов БР Президентының Рәхмәт хаты һәм БР-ҙың Почет грамотаһы менән наградланған. Юридик фәндәр кандидаты.
* * *
БР Президенты Указы менән БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Г. Әсәҙуллин вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды.
* * *
Рәсми хроникаБашҡортостан Президенты Указы менән Ҡотлоәхмәтов Азат Нуриәхмәт улы республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры итеп тәғәйенләнде.
2003 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.
* * *
Президенттың икенсе Указы менән Иҙел Шәйәхмәтов үҙ теләге менән тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһынан бушатылды.
БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

Көрәш көсәйә
БР Президенты ҡарамағындағы коррупцияға ҡаршы эш буйынса йәмәғәт советы ғәмәли эшкә тотондо – муниципаль райондарҙа йәшәүсе­ләрҙең мөрәжәғәте буйынса райондарға күсмә тикшереү менән сыҡты.
Бер төркөм әле Кушнаренко районында эшләй. ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе координаторы Евгений Былин һүҙҙәренсә, район халҡынан урындағы чиновниктарҙың баш-баштаҡлығына һәм үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыуына ҡарата коллектив һәм шәхси ялыуҙар күп.
– Әле ер закондарын боҙоу, бюджет аҡсаһын маҡсатһыҙ файҙаланыу факттары тикшерелә. Райондың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау бүлектәре вәкилдәре менән осрашыу үтте. Әлегә ниндәйҙер һығымта яһарға иртәрәк. Беҙҙең маҡсат – хәл-әхүәлде объектив тикшереү һәм анализ биреү. Нигеҙле дәлилдәребеҙ республика етәкселегенә киләсәктә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ярҙам итергә тейеш, – тине ул.

Балалар урамда ҡалмаһын!

Уларҙың торлаҡҡа хоҡуғы закон менән яҡланырға тейеш
Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачевҡа республика парламентының Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексының 31-се статьяһының 4-се һәм 5-се өлөштәренә үҙгәрештәр индереү буйынса закондар сығарыу инициативаһы менән сығыш яһауын һорап мөрәжәғәт итте.
Бәлиғ булмағандарҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлауға арналған «түңәрәк өҫтәл»дә Лилиә Салауат ҡыҙы тәҡдимдең сәбәбен ата-әсәләрҙең никахы тарҡалғандан һуң бәлиғ булмаған бала­ларҙың урам буйында тороп ҡалыу осраҡтарының йышайыуы менән аңлатты.
Әгәр иғтибар итһәк, ысынлап та, бынан биш йыл элек ҡабул ителгән Торлаҡ кодексы торлаҡ хужаһын яҡлауға ғына йүнәлтелгән. Шунлыҡтан ир менән ҡатын, айырылышҡандан һуң ғаиләнең элекке ағзалары тигән статусҡа эйә булып, торлаҡҡа хоҡуғын юғалта. РФ Юғары суды Президиумы, ата-әсә айырылышҡан хәлдә лә, баланың торлаҡҡа хоҡуғы һаҡланырға тейеш, тигән позицияны яҡлаһа ла, был норма Торлаҡ кодексында нығытылмаған. Мәҫәлән, никах тарҡалғас, бәлиғ булмаған баланың йәшәү урынын суд хәл итә. Әгәр ҙә инде баланы үҙендә алып ҡалған атаның йәки әсәнең торлағы булмаһа, был осраҡта уның хоҡуғын кем яҡлай? Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгән. Был мөрәжәғәттәрҙең һәр береһенең артында сабый яҙмышы, күҙ йәше ята, ти ул.

Ауыл эшсәндәренә – ярҙам
Быйыл республикала ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өлөшө 60 проценттан ашыу тәшкил итә.
Әле бындай хужалыҡтарҙың һаны 580 мең тирәһе. Уларға 160 мең гектарҙан ашыуыраҡ ер участкаһы беркетелгән. Шәхси хужалыҡтар 1 миллион тирәһе эре мал, 300 мең сусҡа, 800 меңдән ашыу һарыҡ һәм кәзә, яҡынса 90 мең ат аҫрай. Башҡортостан Хөкүмәте ауылда бындай хужалыҡ төрҙәрен үҫтереүгә маҡсатлы ярҙам күрһәтә. Әйтәйек, быйыл ун айҙа шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусы ауыл эшсәндәренә 301,8 миллион һумлыҡ 1755 кредит бирелгән һәм уларҙың кредит ставкаларын ҡаплау өсөн 137 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Апрелдән ғәмәлгә индерелгән 2010 – 2012 йылдарға шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү программаһы ауыл хеҙмәтсәндәренә тоҡомло һәм юғары продуктлы малдар һанын арттырыу мөмкинлеген бирә. 2011 йылдан дүрт һәм унан да күберәк һыйыр һәм бейә аҫрауға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау буйынса программа әҙерләү планлаштырыла.
Үҙебеҙҙекеләргә етәме һуң!

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында Бөтә донъя сифат көнөнә арналған республика конференцияһы үтте.
Унда һүҙ күп кенә предприятиеларҙың сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында барҙы. Алдынғы предприятиеларға һәм ҡайһы бер етәкселәргә «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһы наградалары тапшырылды – быйыл Башҡортостан предприятиеларының 115 төрҙәге продукцияһы һәм хеҙмәте дипломдар (41 лауреат һәм 74 дипломант) менән билдәләнде. Башҡор­тостан­­дарҙың ҡаҙаныштары «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция», «Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары», «Аҙыҡ-түлек тауарҙары» һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде.
Конференцияла сифат темаһын киң яҡтыртҡан баҫмаларҙың һәм журналистарҙың, студент­тарҙың иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында сифатты күтәреү өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тикшеренеү эштәре билдәләнде. Бүләкләнеүсе гәзиттәр араһында беҙҙең «Йәшлек» тә бар.

Өфөлә заманса аквапарк буласаҡ

Өфөлә хаҡы 7 миллиард һумлыҡ аквапаркы булған сауҙа-күңел асыу үҙәге төҙөү буйынса инвестиция проекты бойомға ашырыла.
Төҙөлөш ҡала инфраструктураһын үҫтереү буйынса иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ. Инвесторҙар һүҙҙәренсә, аквапаркты төҙөү финанс көрсөгө арҡаһында бер аҙ тотҡарланған. Киләһе яҙҙа был эш дауам ителәсәк, һәм комплекс 2013 йылда асыласаҡ. Уның дөйөм майҙаны 140 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар

Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға