RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ

13.09.2013 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ

БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Был йыл башына ҡарата төбәктә 18 336 кеше етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тип таныл­ған. Уларҙың 1,5 меңе 2013 йылда торлаҡ алыу хоҡуғына эйә, әммә был хоҡуҡ тормошҡа ашырылмаған.
Йыл һайын был маҡсатта республика власы тарафынан ҙур финанс ресурстары йүнәлтелә. Һуңғы өс йылда бюджеттан 1 миллиард 250 миллион һум аҡса бүленгән, 1272 бала торлаҡ алған. Быйыл 650 етем бала торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк.
Былтырҙан башлап муниципалитеттар, етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуҙан тыш, йорттар төҙөүгә лә аҡса бүлә. Президент Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо көҙҙә республиканың яңы парламенты «Торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға етем балалар хоҡуҡтарының өҫтәмә гарантиялары тураһында»ғы («О дополнительных гарантиях прав детей-сирот на ремонт жилья») закон ҡабул итәсәк.
Республика етәкселеге социаль йорттар төҙөүгә баҫым яһай. Әлеге ваҡытта резерв ер фондтары булдырыла, был участкалар эконом класлы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн бүленәсәк.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең  уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур