RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Төҙөлөш һуҙылырға тейеш түгел

09.11.2010 Төҙөлөш һуҙылырға тейеш түгел

Төҙөлөш һуҙылырға тейеш түгелФедераль күҙәтеү органдары Өфөлә «ИКЕА» сауҙа-күңел асыу комплексын төҙөүсе компания яғынан уны асыуҙы тотҡарлаған күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлағанлыҡтан, республика өсөн мөһим булған был объектты асыу ваҡытының тотҡарланыу ихтималлығы килеп баҫа.
Һөҙөмтәлә «ИКЕА» етәкселеге, бөтә етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлдө, тип ышандырып, төҙөлөштө проектта ҡаралған срокта тапшырырға тырыша. Тикшереүсе органдарҙың һығымтаһы менән риза булмағанлыҡтан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтан яҡлау эҙләргә була.
– Бөгөн комплекс территорияһында тикшереүсе структуралар вәкилдәре йыйылды. Уларҙың бурысы – етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнлеген урында билдәләү, – тип белдерҙе республика башлығы. – Әгәр етешһеҙлектәр асыҡлан­һа, уларҙы яҡын арала бөтөрөргә кәрәк.
Бөтә кәмселектәр бөтөрөлгән осраҡта, «ИКЕА» комплексы – алты аҙнанан, ә «Леруа Мерлен» магазины дүрт аҙнанан асыуға әҙер буласаҡ, тип көтөлә. «МЕГА» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу өсөн саҡ ҡына күберәк – ике ай самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Бөтә биналарҙың дөйөм майҙаны 160 мең квадрат метр тәшкил итә. Был комплекстар ҡаланы ике мең эш урыны менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана.
Республика башлығы әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү төбәктең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Шунлыҡтан тикшереүсе органдар менән инвесторҙар араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡ ошо бурысты бойомға ашырыуға, һис һүҙһеҙ, ҡамасаулай.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған

Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды