RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Коммунистар митингыға сыҡты

09.11.2010 Коммунистар митингыға сыҡты

йәки Вәлиди урамы кемдәргә тынғы бирмәй?
Етенсе ноябрҙе – Октябрь революцияһы көнөн – әле лә байрам итеп билдәләүселәр етерлек. Нисек кенә булмаһын, был дата, оҙаҡ йылдар илдә иң ҙур байрамдарҙан һаналып, календарҙың «ҡыҙыл» көнө булып килде.
Әйткәндәй, уны байрам булараҡ юҡҡа сығарғас та, урынына шундуҡ яңы байрам – Халыҡ берҙәмлеге көнөн барлыҡҡа килтерҙеләр. Әммә коммунистар һаман да митингыға сығып, революция иҫтәлегенә баш эйә. Быйыл ул алыҫтағы ялҡынлы ваҡиғаға 93 йыл тулды. Ошо уңайҙан Башҡортостан коммунистар фирҡәһе ағзалары Өфөнөң Ленин майҙанына йыйылды. Митингыла ҡатнашыусылар коммуналь хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә, электр энергияһына хаҡ күтәрелеүенә протест белдерҙе. Шулай уҡ Ленин скверына революция юлбашсыһы һәйкәлен кире ҡайтарыуҙы, Әхмәтзәки Вәлиди урамын ҡабаттан Фрунзеға әйләндереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Һуңғыһы бер ни тиклем аңлашылып етмәй. Нимә, коммунистар урам исемен алмаштырыуҙы уйын тип ҡарай башлағанмы әллә?
Тағы шуныһы бар: элек коммунистар партияһы үҙен миллион­дарҙы эйәртеп, әйҙәп барырлыҡ көс итеп күрһәтһә, бөгөнгөһө уға исеме менән генә оҡшаш. Халыҡтарҙы берләштереү, ил үҫешенә йоғонто яһау урынына, киреһенсә, тарҡатыу позицияһында тора түгелме бөгөн компартия әһелдәре? Бөгөнгө фирҡә етәкселәре һәм ағзалары был турала етди уйланырға тейеш. Ә Әхмәтзәки Вәлиди урамына йоғоноуҙарын, бәлки, милләтебеҙгә өҫтән ҡарарға маташыуҙыр, тип тә күҙалларға мөмкин. Йәки айырым көстәрҙең башҡорт халҡының түҙемлелеген тикшереп ҡарарға маташыуы тип тә. Нисек кенә булмаһын, ут менән уйнамағыҙ, ҡыҙыл әләмгә табыныусылар!
А. ЗИННУРОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

В режиме «Повышенная готовность»: от жителей Сибая продолжают поступать жалобы на воздух

Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!