RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ужым культуралары ҡоролоҡҡа бирешмәй

14.08.2010 Ужым культуралары ҡоролоҡҡа бирешмәй

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Баймаҡта үткәрелгән оператив штаб ултырышында ужым культураларын сәсеү һәм республика аграрийҙарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Уның эшендә оператив штаб ағзалары, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ошо юҫыҡтағы министрлыҡ һәм ведомство белгестәре ҡатнашты.
– Киләһе йыл уңышына 750 мең гектарҙа ужым культураларын сәсеү ҡарала, – тине ултырышта республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин.
Ә былтыр көҙ ужым культуралары 560 мең гектарҙа сәселгән булған. Ҡоро һауа шарттарында Башҡортостан селекционерҙарының ужым бойҙайы сорты үҙен аҡлаған, шунлыҡтан был культураны сәсеү майҙанын ике тапҡырға тип әйтерлек арттырырға мөмкин. Сорттың тағы ла бер яҡшы яғы – уны сентябрь буйы сәсергә мөмкин – бының өсөн 540 мең гектар майҙан әҙерләнгән. «Тритикале» сорты иһә 60 мең гектарҙа сәселәсәк.
Ужым культуралары беҙҙең зонала игенселәрҙең страховка фондын тәшкил итә.
Семинар-кәңәшмәлә Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, ғалим-селекционерҙар Урал аръяғында ужым культураларын үҫтереү тәжрибәһен Ленин исемендәге хужалыҡ тәжрибәһендә күрһәтте.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар