RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Вәғәҙә-иман?..

14.08.2010 Вәғәҙә-иман?..

2008 йылдың яҙында беҙ ошондай һорау менән «Һаҡмар» район гәзите аша Баймаҡ районы һәм ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Бөгөн дә был һорауыбыҙ яуапһыҙ ҡала килә...
2006 йылдың майында Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтенең Ә. Әлибаев исемендәге урамда шәхси йорттар төҙөү буйынса ҡарары баҫылды. Йорт төҙөргә теләк белдереүселәргә түбәндәге шарттар ҡуйылды:
– Төҙөләсәк йорт мотлаҡ ике ҡатлы, йә мансардалы бер ҡатлы булырға тейеш.
– Төҙөлөш 2006 йылдың май – июнь айҙарынан ҡалмай башланырға тейеш.
– Йорттар ике йыл эсендә төҙөлөп бөтөргә тейеш.
2006 йылда Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Иваев беҙгә: «Һеҙҙең эш – йорттар төҙөп сығыу, хакимиәттең эше – ул йорттарҙы коммуникация селтәр­ҙәре менән тәьмин итеү», – тигәйне. Ихтимал, Р. Иваев иҫән булһа, был мәсьәлә ваҡытында хәл ителгән дә булыр ине...
Беҙ, йорт төҙөп сығыусылар, үҙебеҙҙең йөкләмәләрҙе үтәнек – проектҡа ярашлы, йорттар һалып сыҡтыҡ, әммә газ селтәре бөгөнгәсә үткәрелмәне. Ике ҡатлы таш йорт­тарҙы электр уты менән йылытыуға киткән сығымдарҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын? Баймаҡ ра­йоны хакимиәтенең газ үткәреүҙе йәһәтләүенә ышанып, йорттарыбыҙға ме­йес тә проектламағайныҡ. 2009 йылда Башҡортостандың беренсе Президенты М. Рәхи­мов хакимиәтенә үҙ проблемаларыбыҙ хаҡында яҙғас, беҙгә тиҙ арала Баймаҡ район хакимиәтенән яуап килде. Хакимиәттең рәсми бланкыһында, хакимиәт башлығы Р. Сәйетов ҡултамғаһы аҫтында, әммә мисәтһеҙ һәм теркәү номеры булмаған яуаптан аңлауыбыҙса, беҙҙең йорттар­ға газ үткәреүҙең проект-смета документацияһы ла әҙер булмауы аңлашылды. Асылда был проект-смета документацияһы беҙгә ике ҡатлы йорттар төҙөү өсөн участкалар бүленгән саҡта уҡ әҙер булып, ошо проектҡа һылтанып, республика бюджетынан инженер селтәрҙәре өсөн аҡса бүленергә тейештер бит? Ошо уҡ ваҡытта, беҙҙән бер урам аша ғына ҡала хакимиәте башлығы йәшәй – ул урамға күптән газ килгән. Ҡара аҡыл менән иҫәпләгәндә, шул урамдан беҙгә газ тартыу өсөн 50 – 100 метрлыҡ торба һуҙыу ҙа етер ине.
«Йәшлек» гәзите аша район хакимиәтенә, республика етәкселегенә күптән борсоған һорауыбыҙҙы ҡабатлайбыҙ: беҙҙең йорттарға ҡасан газ үтер, тағы ла ҡышты «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ ҡаршыларбыҙмы икән?

Баймаҡ ҡалаһының Ә. Әлибаев урамында йәшәүселәр исеменән –
Гөллирә БАЙБУЛАТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!