RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ өсөн эшләйәсәкмен»

30.10.2010 Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ өсөн эшләйәсәкмен»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ өсөн эшләйәсәкмен»Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Прези­денты вазифаһында эшләүенә 100 көн тулыуы уңайынан журналистар менән осрашты. Матбуғат конференцияһына республика, федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре килгәйне. Конгресс-холдың түңәрәк өҫтәле артында һәм БСТ каналының тура эфиры аша ике сәғәткә яҡын барҙы йәнле һөйләшеү. Президентҡа ике тиҫтәнән ашыу һорау бирелде, аныҡ, асыҡ һәм тос яуаптар алынды. Түбәндә – Рөстәм Хәмитовтың иң мөһим фекерҙәре һәм яуаптары.
Халыҡ менән яҡындан аралашырға кәрәк

– Эшләй башлағанымдың тәүге көндәренән үк республика халҡы һәм журналистар менән йәнле аралашыуға иҫәп тотҡайным. Власть халыҡ өсөн асыҡ булырға тейеш. Интернет, телевидение, матбуғат баҫмалары аша мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырышам. Кешеләр өсөн эшләйем. Әлбиттә, асыҡ сәйәсәт үҙенә бер төрлө, был режимда эшләүе еңелдән түгел. Төбәк башлығының халыҡҡа файҙа килтерергә ынтылыуын белеүҙәре мөһим. Бынан тыш, интернет селтәрендә блогым да бар. Унда яҙыуҙы дауам итәсәкмен. Шуны ла әйтеп үтәйем: үҙем яҙам, юғиһә, Президент өсөн кемдер яҙа, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Юҡ. Кисен, эштән ҡайтҡас, фекерҙәрҙе уҡырға, яуап бирергә, ҡыҫҡаса булһа ла яҙыр­ға тырышам. Ул – ҙур эш. Ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт.
Яҡшы эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, һәр кем алырлыҡ торлаҡ – йәшәү өсөн мөһим өс таған. Әле ошо мәсьә­ләләрҙе иң мөһимдәре тип билдәләнек.
Башҡортостан – Рәсәйҙең ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булған эре субъекты. Уны тарҡатмай, киреһенсә, үҫтереп, алға барырға кәрәк.
Бөгөн республика халҡы, табиптар­ҙың, уҡытыусылар, бюджет хеҙмәткәрҙәренең, ауыл хужалығында хеҙмәт хаҡы бик түбән булыуға ҡарамаҫтан, яңы етәкселек хәл-торошто, тормошто яҡшыға үҙгәртер, тип көтә. Ошо өмөттө аҡларға тейешмен.
Беҙҙең яңы сәйәсәт элеккенең дауамы буласаҡ, сөнки беҙ республика бюджетына таянабыҙ. Ул Башҡортостан кеүек эре төбәк өсөн ҙур түгел. Минең күҙ алдыма эстафетала йүгереү килеп баҫа. Эстафета таяғы киләһе йүгереүсегә тапшырыла. Миңә шул таяҡ килеп эләкте. Алдынғы булып йүгермәгәнебеҙҙе аңлайым, етмәһә, юлда кроссовкаларыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ (юғалтылған мөлкәтте әйтәм). Уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡалар алған. Шуға ла беҙгә хәҙер аяҡ кейемен табырға кәрәк, шунан тиҙлекте арттырырға. Был еңел бурыс түгел, әммә уны үтәйәсәкбеҙ.

Етештереү генә түгел, эшкәртеү ҙә мөһим

– Бөгөн республика халҡының 40 проценты ауыл хужалығына йәлеп ителгән. Агросәнәғәт продукцияһы етештереү өсөн был артыҡ. Шуға ла күпселек эшсәндәр эшкәртеүҙә ҡатнашырға тейеш. Етештереүҙә иһә 10 процент кеше лә етә. Ә ҡалғандар эшкәртеп, әҙер тауарҙы һатыр ине.
Урал аръяғы райондары, мәҫәлән, күрше өлкәләр эшҡыуарҙары тарафынан «оккупацияланған». Силәбе, Свердловск, Ырымбур яҡтарынан килеп, беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһын алып китәләр һәм, эшкәртеп, үҙебеҙгә үк әҙер тауар итеп һаталар. Был хәл республика иҡтисадына булышлыҡ итә алмай – уны үҙгәртеү мөһим.
Традицион оҫтаханаларҙы тергеҙеү ҙә яҡшы булыр ине. Дәүләттең ауыл кешеһенә ярҙам итергә әҙер икәнен күрһәтергә тейешбеҙ.

Ниңә һаман Премьер-министр юҡ?

– Берҙәм идара итеү алымы республика өсөн мөмкин. БР Конституцияһында, Президент – Хөкүмәт башлығы, тип яҙылған. Тимәк, мин Премьер-министр ҙа була алам. Мине шундай һорау менән яфаламағыҙ (йылмая). Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең берҙәм үҙәге кәрәк. «Аҡ йорт» икегә бүленмәһен ине ул. Бөгөн бында команда берәү һәм берҙәм. Ундай команда менән эшләүе еңел.

Башҡортостанға кем менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим?

– Республика өсөн файҙа килтергән барыһы ла мөһим. Рәсәйҙең һәр төбәге беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп, теге йәки был юҫыҡта иҡтисади файҙа килтерә ала һәм килтерә. Күрше өлкәләр һәм республикалар менән эшләйбеҙ. Әле Һарытауҙан делегация килергә тейеш. Унда башҡорттар ҙа күп йәшәй. Уларға нисек ярҙам итергә була – шуны ла ҡарарбыҙ. Красноярск, Ставрополь крайҙары, Свердловск өлкәһе, Татарстан, Ырымбур – барыһы менән дә бәйләнеште нығытыу уйы бар. Әйткәндәй, Ырымбурҙағы Каруан­һарай башҡорттар өсөн тарихи урын. Уны күп тапҡыр һораныҡ. Әле лә республика ҡарамағына алыу өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Санкт-Петербург, Мәскәү менән хеҙмәттәшлек итмәү мөмкин түгел.

Нефть сәнәғәте комплексын һатыуҙан килгән аҡса республиканы үҫтереүгә тотоноласаҡ

– Уның дөйөм суммаһы ике миллиард доллар, йәғни 60 миллион һумдан күберәк. Был аҡса эре банкылар­ҙа, хәйриә фондтарында ята һәм республика үҫеше өсөн тотоноласаҡ. Күҙәтеү советы, ошо аҡсаны файҙаланыу программаһы булдырылып, фондтан алыу конкурсы ойоштороласаҡ. Килем республикала мәктәп, юл төҙөүгә, спортты, туризмды үҫтереүгә тотонолорға тейеш.

Ололар өсөн туризм – яҡын киләсәктә

– Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа өлкәндәр туризмын үҫтереү идеяһын әйткәйнем. Шуны Дмитрий Медведев Дәүләт Советы ултырышында һөйләне. Сит илдәрҙә оло йәштәгеләр иркен сәйәхәт итә. Социаль туризм беҙҙең йәмғиәттә ихтыяж менән файҙаланыр ине, тигән уй башыма килде. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы һәм пенсия ҙур түгел, күптәрҙең сәйәхәт итергә мөмкинлектәре юҡ. Республика бюджетында киләһе йылдан уҡ пенсионерҙар туризмына 38 миллион һум аҡса бүлеү күҙалланған. Ололар Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларыбыҙҙы, илебеҙҙең башҡа матур төбәктәрен күрер. Бәлки, ситкә лә сығыу мөмкинлеге тыуыр. Иң тәү сиратта йәмәғәт, ветеран ойошмаларында ҡатнашыусы, йәшәгән төбәгендә тәртип урынлаштырырға ярҙам итеүсе лайыҡлы, әүҙем өлкәндәргә сәйәхәт итеү мөмкинлеге биреләсәк. Турист ойошмаларын социаль туризмды үҫтереүҙә ҡатнашырға саҡырам.

Чиновниктар һаны ҡыҫҡарасаҡмы?

– Чиновниктарҙы ҡыҫҡартыу улар­ҙың эш һөҙөмтәһенә бәйле. Европа үлсәме буйынса, республикала аппараттағылар һаны ҙур түгел, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәлелеге лә ҙур түгел. Әммә ҡыҫҡартыу эше системалы барырға тейеш. Әлбиттә, мин үҙемдең ҡул аҫтындағылар эше менән ҡайсаҡ ҡәнәғәт булмайым, тауыш күтәрергә лә тура килә (ғәҙәттә, тыныс һөйләшәм). Яңы форматта эшләргә әҙер булмаған чиновниктар менән хушлашасаҡбыҙ.

Оппозиция һәр саҡ сафта булыуҙы талап итә

– Оппозиция булырға тейеш. Ул шундай нескә механизм – тыныс йоҡларға, һүлпән эшләргә бирмәй. Уға ыңғай ҡарайым. Әммә оппозиция конструктив булырға тейеш. Ә инде ҡайһы бер «шыңшыуҙар», бәғзе бер сайттарҙығы бысраҡлыҡ ысын оппозиция була алмай. Оппози­цияның структураһы, документтары, программаһы, халыҡтың бер өлөшөнөң булһа ла булышлығы булырға тейеш.

Ерҙе файҙаланыу

– Ер мәсьәләһе һәр ваҡытта ла мөһим булған. Ауылдың киләсәге, үҫеше ергә бәйле. Ер шәхси милек булырға тейешме, әллә йәмғиәттекеме? Бына ошо һорау мөһим. Республика ауылын үҫтереүгә инвесторҙар аҡса һалырға әҙер. Тик улар үҙ инвестицияларының яҙмышы өсөн ҡурҡа. Сөнки ер менән файҙаланыу, ер участкаларына хужа булыу мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Пай ерҙәре менән дә шулай. Уны колхозсылар алыуын-алды, артабан ни эшләтергә белмәйҙәр. Алдарында – юлһыҙлыҡ. Ер – ул етди мәсьәлә. Ауыр мәсьәлә. Ә хәл итергә кәрәк.

Башҡорт телен һаҡларға кәрәк

– Бөгөн донъяла ике миллион самаһы башҡорт бар. Шуға ла башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау мөһим. Йәмғиәттең глобалләшеү шарттарында ул киң ҡулланылышта булған инглиз, рус, татар һәм башҡа телдәр яғынан ныҡ ҡына баҫымға дусар. Башҡорт теле, башҡа телдәр кеүек үк, уникаль. Ул – донъя мәҙәниәте сағылышы. Башҡорт теленә юҡҡа сыҡмаҫ, имен ҡалыу өсөн ярҙам итергә кәрәк.
Әйткәндәй, башҡорт теле республикала һәр саҡ өйрәнеләсәк. Минән телде өйрәнеүҙе туҡтатыу тураһындағы мәсьәләне хәл итеүҙе көтмәгеҙ. Кем уны күтәрергә тырыша, шул милләт-ара мөнәсәбәттең киҫкенләшеүен теләй. Республика биләмәһендә халыҡтар татыу һәм килешеп йәшәне һәм йәшәргә тейеш. Кем дә кем ыҙғыш сығарырға уйлай, шул – енәйәтсе.
Мин заманында ауылда – Балтас районында йәшәнем. Унда бер ниндәй ҙә милләт-ара мөнәсәбәт темаһы юҡ. Ауылда кешегә, эшләйме-юҡмы, эсәме, айныҡмы – шунан сығып ҡарайҙар. Берәү ҙә һинең нәҫелеңде, ҡаныңды тикшермәй. Кем шулай эшләй, ул – ауырыу.

Торлаҡ? Торлаҡ! Торлаҡ...

– 2025 йылға тиклем Өфөлә 12,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Баш ҡалала торлаҡтың хаҡы бик ҡиммәт – бер квадрат метры 40 мең һумға етә. Айына уртаса 16 мең һум алып эшләгән кеше өсөн 25 – 30 мең һумға төшкәне лә күп. Шуны белә тороп, халыҡҡа ҡиммәт фатирҙар тәҡдим итергә тейеш түгелбеҙ. Төбәктә, төрлө ҡатмарлылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ төҙөлөшөн киҫкен генә арттырыу күҙаллана. Бында беҙ төҙөлөш комплексына арзан һәм оҙайлы кредиттар биреүҙе ҡараясаҡбыҙ. Торлаҡ баҙарын көйләп ебәреүгә 3,5 – 4 миллиард һум аҡса кәрәк. Иң тәү сиратта ипотеканы «ҡуҙғатырға» ине. Проценты ла ҙур булмаһын, 7 – 8 процент таман. Беҙ тәүге 100 – 150 миллион һум аҡсаны таптыҡ та, ошо юҫыҡта Өфөлә эксперимент башланыҡ. Тағы бер мәсьәлә: бөгөн 300 мең самаһы кешене иҫке йорттан күсереү талап ителә.
Үҙемә килгәндә, әлегә Өфөләге президент резиденцияһында йәшәйбеҙ. Әммә белегеҙ: оҙаҡҡа килдем, өй төҙөйәсәкмен. «Русгидро» минең менән иҫәпләшһә, шул аҡсаға торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәкмен.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!