RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Төньяҡ-көнсығышта – «Уралтау»

07.05.2013 Төньяҡ-көнсығышта – «Уралтау»

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хә­митов Дыуан районының Ҡаракүл ауылы янында төҙөлөп ятҡан «Уралтау» ит эшкәртеү комбинатында булды.
Предприятиены асыу 2013 йылдың икенсе кварталына планлаштырылған. Был төҙөлөшкә инвестициялар күләме 56 миллион һум тәшкил итә, етештереү ҡеүәте – сменаһына ике тонна. Комбинат былтыр төҙөлә башлаған, шулай ҙа бөгөн ҡайһы бер продукция төрҙәре етештерелә лә инде.
«Уралтау»ҙың сеймал базаһы бар − бында бер нисә малсылыҡ фермаһы эшләй. Әммә тулы ҡеүәткә эшләү өсөн был ғына етмәй. Үрҙә телгә алғанса, сменаһына ике тонна продукция етештереү өсөн йылына алты мең сусҡа һәм 1800 баш эре мал кәрәк.
Эш урындарына килгәндә, әле 30 кешегә эш бирелгән. Комбинат тулы ҡеүәткә эшләй башлағас, хеҙмәткәрҙәрҙең һанын 60-ҡа еткереү күҙаллана. Продукция «Уралтау» бренды менән һатыласаҡ.

Әйткәндәй

Әлеге төбәккә сәфәрендә Президент туҡталып киткән Балаҡатай районы хужалыҡтарының ҡайһы берҙәре лә «500 ферма» программаһына ҡушылған. Мәҫәлән, «Лидер» малсылыҡ комплексы тап ошо программаға ярашлы яңыртылған. Ошо йылда йәнә бер комплексты тергеҙеү көтөлә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, фермаларҙы яңыртыу проекттарына ҡушылыусыларға булыш­лыҡ ителәсәк, «500 ферма» программаһы буйынса финанслау дауам итә. Дөйөм алғанда, был районда тағы ике фермер модернизациялауҙа ҡатнашырға теләк белдергән.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?

Йомғаҡланыҡ. Алда – бүләкләү!

Йәшәү - бәхет

20.05.2019 - Йәмғиәт Йәшәү - бәхет


Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Эш һөйгәнде ил һөйөр

15.05.2019 - Йәмғиәт Эш һөйгәнде ил һөйөр


Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Ауылдар мәңге йәшәһен!

13.05.2019 - Йәмғиәт Ауылдар мәңге йәшәһен!


Кеше исемен  күтәреп йәшә,  замандаш!

Телебеҙ  яҡлауға мохтаж

04.05.2019 - Йәмғиәт Телебеҙ яҡлауға мохтаж


Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?

Эргәһендә ҡурҡыныс булһа ла, матур