RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсми хроника

30.10.2010 Рәсми хроника

Ветерандар әле лә сафта

Башҡортостан Республикаһы һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының VI конференцияһында ҡатнашыу­сыларға БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләүен еткерҙе. Ул республика һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Муллағәл­ләмовҡа ветерандарҙы социаль яҡлау буйынса оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы.
Конференцияла ҡатнашыусылар ветерандар­ҙы республикабыҙҙың иҡтисадын һәм мәҙәниәтен үҫтереү, дәүләт идараһы ысулдарын камиллаштырыу, халыҡтар дуҫлығын нығытыу эшендә ярҙам итергә саҡыр­ҙы. Ветерандар шулай уҡ совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 70 йыллығына әҙерлек буйынса эште лә киңәйтәсәк.
Республика ветерандар советының биш йыллыҡ эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Марат Муллағәлләмов ойошманың рәйесе итеп тағы ла яңы срокҡа тәғәйенләнде.

Өфө европаса ҡала булырға тейеш!

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә баш ҡала үҫешенең генераль планы, йәғни уның бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмәлә БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө тирәләй төҙөлөштө үҫтерергә тәҡдим итте, сөнки әле төҙөлә башлаған ауылдар ҡала үҫешенең берҙәм схемаһына инмәгән.
Өфөнө йылғалар уратып алған, һәм уны үҫтереү өсөн күперҙәр төҙөү фарызлығы килеп баҫа. Ә был өҫтәмә сығымдар талап итә.
– Транспорт һанының артыуы ла ҡалала юл хәрәкәтен ҡатмарлаштыра, шунлыҡтан яңы транспорт сиселештәре, ер аҫты үткәргестәре төҙөргә кәрәк, – тине республика башлығы. – Транспорт инфраструктураһын үҫтереү проектының дөйөм инвестициялар күләме 186 миллиард һумға баһалана. Был проектты Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та хупланы һәм финанс ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, генераль план халыҡ фекерен дә иҫәпкә алырға тейеш. Бигерәк тә аквапарк, халыҡ ялын ойоштороусы учреждениелар төҙөү, велосипед юлдарын булдырыу мөһим.
ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев генпландың төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. 2025 йылға тиклем баш ҡалала 13 миллион квадрат метр торлаҡ, ҙур тиҙлектә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән автомагистралдәр төҙөү, пассажирҙар ташыу проблемаһын хәл итеү өсөн электр транспортын үҫтереү ҡарала. Әйтәйек, трамвай линиялары тимер юл вокзалын ҡала мәҙәниәт һарайы һәм аэропорт менән тоташтырасаҡ. Яңы троллейбус линиялары барлыҡҡа киләсәк. Йәйәүлеләр өсөн һигеҙ үткәргес төҙөләсәк.
Президентҡа Өфө – аэропорт трассаһы буйында сәнәғәт предприятиелары урынлашыуы оҡшамай.
– Торлаҡ кварталдары һәм үҫешкән инфраструктура – магазиндар, сауҙа үҙәктәре урынлашыр ерҙә сәнәғәт предприятиелары теҙелеп киткән. Был – ҡала төҙөлөшө закондарын тупаҫ боҙоу, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов ҡала етәкселәре алдына Өфөнө уңайлы һәм төҙөкләндерелгән, евростандарттарға ярашлы ҡалаға әйләндереү бурысын ҡуйҙы.

Федераль ҡаҙна Башҡортостан йәштәренә ярҙам итә

2010 йылда Рәсәй субъекттарына «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» маҡсатлы федераль программаһын бойомға ашырыуға ҡаралған субсидияның яңы күләме раҫланды.
Быйыл уны бойомға ашырыу өсөн Башҡортостанда тәүҙә 697 миллион 519 мең һум (шул иҫәптән РФ бюджетынан – 299 миллион 552 мең, республика бюджетынан – 256 миллион 590 мең, бюджеттан тыш средстволар иҫәбенән – 141 миллион 379 мең һум) аҡса йүнәлтеү ҡаралған.
Быйыл был федераль программа буйынса ауылда йәшәгән 428 ғаилә (уларҙың 267-һе – йәш ғаилә) торлаҡ мәсьәләһен хәл итте. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләр күп булғанлыҡтан, БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан да уларға аҡсаны күберәк бүлеү мәсьә­ләһе ҡаралды.
Федераль бюджеттан өҫтәп бүленгән 14 миллион 800 мең һумға тағы ла ауылда йәшәгән 43 ғаилә (уларҙың 40-ы – йәш ғаилә) йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

Хәрефтең ни ғәйебе бар?

Һалҡын Себерҙәге Братск ҡалаһында яңы машина эйәләре менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уртаҡ тел таба алмай йонсой.
Братскиға еңел машиналар өсөн яңы теркәү номерҙары килгән, тип яҙа «КП – Иркутск» гәзите. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – мең дана. Автомобиль хужалары уларҙы алырға йүгерешеп бара, тик һәр береһе, йөҙөн һытып, кире борола, имеш. Баҡһа-аң, номерҙарҙағы хәрефтәр беҙҙең «өлкән ағай­ҙың» иң таралған һүгенеү һүҙен «әйтә» лә бирә икән. Кем «шуны» машинаһына тағып йөрөргә теләһен! Шуға ла водителдәр баш тартып ҡырталаша, ти. Инспекторҙар, ай-вайына ҡуймай, тәки 400 номерҙы таратҡан, ә ҡалғандарҙы оҙаҡ номер­һыҙ йөрөгән өсөн штрафҡа тарттырмаҡсылар. Әммә «бик матур» һүҙ менән машинаң «биҙәлеүе» лә шәп түгел шул. Нишләйһең инде, телең шундай булғас, тип көлә икән урындағы халыҡ.

Скальпель урынына – көслө һыу ағымы

Республика клиник дауаханаһы хирургтарына хәҙер ҡатмарлы операция эшләү өсөн күп ваҡыт та кәрәкмәй – 20 минут эсендә генә ауырыуҙы нормаль тормошҡа кире ҡайтаралар.
Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: скальпель урынына хирургтар физиологик иретмә ағымын ҡуллана! Ағым, организмдың проблемалы участкаһына эләгеп, яман шеште урынынан этәреп сығара.
Был инновацион алым гидронуклеиопластика тип атала. Бындай операциянан һуң тәндә яра эҙе ҡалмай, ә операция тәғәйен урынға наркоз менән башҡарыла. Кешенең умыртҡа һөйәгендәге бүҫер­ҙе скальпелһеҙ алып ташлауҙы Америкала бынан биш йыл элек үк уйлап тапҡан булғандар.

Беҙҙең гармунсы халыҡ-ара конкурста еңгән

Халыҡ-ара гармунсылар конкурс-фестиваленең I премияһы Өфөнән Хәйҙәр Яҡшымбәтовҡа бирелгән – ул «Гармоника» номинацияһында иң яҡшы тип танылған. Конкурс-фестиваль Италияның Ланчиано ҡалаһында үткән.
Конкурста Хәйҙәр Яҡшымбәтов боронғо уйын ҡоралы менән сығыш яһаған. Ул Антонио Вивальдиҙың «Гроза»һын, Ллойд Уэбберҙың «Призрак оперы» мюзиклынан өҙөктө, Астор Пьяццолланың либертангоһын, Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһынан төп темаларҙы, Александр Бородиндың «Половецкие пляски» әҫәрен уйнаған.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сафланырмы һауаң,  Сибай?

15.02.2019 - Йәмғиәт Сафланырмы һауаң, Сибай?


Ил тарихы Һеҙҙе күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың...

Яҡты ҡала – Лангепас

07.02.2019 - Йәмғиәт Яҡты ҡала – Лангепас


Ашығамын

07.02.2019 - Йәмғиәт Ашығамын


Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

05.02.2019 - Йәмғиәт Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!


Ижади эштәрегеҙҙе  көтөп ҡалабыҙ!

В Башкирии массово эвакуируют школы и больницы. Что происходит?

Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Общественники анализируют экологическую обстановку в Сибае

Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Сибайҙың һауаһында нимә бар?