RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ менән эшләй белергә, уның фекеренә таянырға кәрәк

30.04.2013 Халыҡ менән эшләй белергә, уның фекеренә таянырға кәрәк

БР Президенты республика райондары буйлап сәфәрен дауам итә һәм был юлы ул Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондарына барҙы. Был тарафтарҙа мөһим социаль объекттар менән танышты, төҙөлөштәрҙә булды, осрашыуҙарҙа республиканың бөгөнгө хәл-торошо хаҡында һөйләне.
Ошо төбәктәр активы менән осрашҡанда Президент көҙгә Башҡортостанда үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау темаһына ла туҡталды. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, буласаҡ депутаттар кешеләр менән эшләй белеүҙең беренсе сиратта торған бурыс булыуын яҡшы аңларға тейеш. Халыҡ менән властар ҙа тейешенсә килешеп эшләргә тейеш. Был тәңгәлдә республика башлығы Өфө һәм Салауат ҡалаларының эшен миҫалға килтерҙе. Белеүегеҙсә, баш ҡалала тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөү тураһында бәхәстәр бара. Яңылыҡ тураһында халыҡҡа тәфсирләп аңлатыу мөһим. Трамвай юлы ҡайҙан үтә, кешеләргә мәшәҡәт булмаясаҡмы, төҙөлөш ҡатмарлылыҡтары һ.б. – барыһы буйынса ла халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Президент үҙе тиҙҙән юл төҙөү урындарында буласаҡ һәм халыҡтың фекерен тыңларға әҙер.
Салауатта иһә акрил кислотаһы етештереүсе предприятие төҙөү тирәләй шау-шыу ҡупты. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бында ла халыҡ менән эшләп еткермәгәндәр, осрашыуҙар, аңлатыуҙар алып бармағандар, шуға ла күптәр борсола.
Әйткәндәй, Президент яңы партияларҙың барлыҡҡа килеүенә ыңғай ҡарай. Республика парламентына депутаттар һайлауҙан алда сәйәси дәғүәселек көсәйеүе лә дөрөҫ, тип иҫәпләй. Тап ошо көрәштә хәҡиҡәт барлыҡҡа килә һәм амбициоз, маҡсаттарына ынтылған кешеләр булырға тейеш.
– Шулай ҙа артығын эшләп, барыһын да кире күренеш итеүҙән һаҡланырға кәрәк, – ти Рөстәм Хәмитов. – Һәр ваҡыт илдең, йәмғиәттең позитив үҫешен, эшләп еткерелмәгәндәрҙе сағыштырыу мотлаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә