RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

30.04.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Республика­һының Милли музейында Еңеү­ҙең 68 йыллығына ҡарата «Рәс­сам­дар 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында» тип аталған күргәҙмә асылды. Унда ҡуйылған плакаттар араһында Виталий Горяев, Леонид Сой­фертис, Вениамин Брискин, Виктор Говорков, Виктор Корец­кий, Виктор Иванов, Михаил Длугач, Галина Шубиналарҙың эштәре бар. Күргәҙмәгә килеүселәр шулай уҡ Василий Сыро­мятников, Евгения Клейменова, Ғабдулла Мостафин, Григорий Круглов, Анатолий Лежнев, Сергей Фадеев кеүек оло быуын рәссамдарының һүрәттәре менән таныша ала.

Башҡортостан Республика­һының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты Рәсәй Федерацияһы­ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ярҙамында «Европа контексында креатив компетенциялар» халыҡ-ара мәғариф проектында ҡатнашты. Был проектҡа ярашлы БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы Лондонға барып ҡайтты. Унда улар инглиз теле курсына йөрөнө, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡтың Бөйөк Британиялағы вәкиллегендә осрашыуҙа ҡатнашты, шулай уҡ Лондонда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары менән танышты.

Өфө ҡалаһы урамдарында «Башавтотранс» автобустарында йөрөү хаҡы 5 һумға кәметелгән. Автопредприятие хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был − Өфө урамдары буйлап пассажирҙарҙы ташыуға законлы хоҡуҡты яҡлап алып ҡалыу буйынса эшләнгән мәжбүри сара. Уларға эйәреп, хәҙер легаль булмаған маршруттар хужалары ла хаҡты төшөрә башланы.

6 майҙа Республика Хәрби дан музейында Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығына арналған «Хәтер вахтаһы» акцияһы үтә. Акция йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, шәхестең алдынғы ҡараштарын үҫтереү маҡсатында ойошторола. Сара программаһына уҡыусыларҙың ветерандар менән осрашыуы, Бөйөк Ватан һуғышына арналған музыкаль-әҙәби монтаж, «Еңеү парады» документаль фильмын ҡарау ингән.

Өфө ҡалаһында социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр өсөн хәрбиләштерелгән йыйындар үтте. ОМОН-сылар үҫмерҙәргә ҡул көрәше һәм ҡораллы енәйәтселәрҙе ҡулға алыу техникаһын, атыу оҫталығын, шулай уҡ махсус операция барышында ҡулланылған алымдарҙы күрһәтте. Йыйын һуңында үҫмерҙәр ялан кухняһында әҙерләнгән һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә