RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Владимир Путин: «Тағы ла бер тапҡыр әйтергә теләйем: нимәнелер процентта үлсәү дөрөҫ түгел, дөйөм алғанда, хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек»

30.04.2013 Владимир Путин: «Тағы ла бер тапҡыр әйтергә теләйем: нимәнелер процентта үлсәү дөрөҫ түгел, дөйөм алғанда, хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек»

Владимир Путин: «Тағы ла бер тапҡыр әйтергә теләйем: нимәнелер процентта үлсәү дөрөҫ түгел, дөйөм алғанда, хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек»Рәсәй Президенты «тура эфир»ҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе
Был сара күптән йолаға әүерелде. Рәсәй Президенты Владимир Путин 4 сәғәт 47 минут дауам иткән сираттағы «тура эфир»ҙа 90-ға яҡын һорауға яуап бирҙе. Түбәндә – шуларҙың ҡайһы берҙәренә байҡау.

«Май указдары» нисек үтәлә?

Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр һайлауҙан һуң вазифаһында эш башлағас та бер нисә указға ҡул ҡуйғайны. «Тура эфир»­ҙа бирелгән тәүге һорау ҙа тап шу­лар­­ҙың үтәлеше тураһында булды.
В. Путин: Президент вазифаһының тәүге көндәрендә үк ҡуйылған бурыстар үтәү өсөн ярайһы ауыр ғына. Быны мин аңлы рәүештә эшләнем, һөҙөмтәләр үҙәктә генә түгел, төбәктәрҙә лә ирешелергә тейеш булған планканы күтәрҙем, сөнки беҙ көсөргәнешле эшләмәһәк, һөҙөмтәләр еңелсәрәк булыр кеүек. Дөйөм алғанда, ҡәнәғәтмен.
Иң башта халыҡтың килеме артыу­ға иғтибар итер инем. Эш хаҡтары ла арта, пенсияны ике тапҡыр индексацияланыҡ, хәҙер ҡартлыҡ буйынса пенсия 10 мең һумдан ашты. Өсөнсө бала тыуғандан һуң түләүҙәр булдыр­ҙыҡ, ул бала өсөн йәшәү минимумы кимәлендә. Стипендиялар арттырылды. Хәҙер бизнес тирәләй арыу ғына эшләйһе бар.

Эш хаҡы тураһында һүҙ сыҡҡас…

Кузбасс фельдшеры, бер ниндәй ҙә эш хаҡы артыу булманы, тигән көйөнөсөн еткерҙе.
В. Путин: Медицина хеҙмәткәр­ҙәренең уртаса эш хаҡы ил буйынса педагогтарҙыҡынан бер аҙ юғарыраҡ. Әммә проблема ысынлап та бар икән. Эштең айышына төшөнөү кәрәк.
Мин ваҡытында федераль бюджеттан айырым өҫтәмәләр тәғәйенләгәйнем: дөйөм практика табиптарына 10 мең һум һәм тағы ла 5 мең һум, урта персоналға – 5 мең һум, «Тиҙ ярҙам» белгестәренә – өс мең һум (фельдшерҙарға) һәм алты мең һум (табиптарға). Быйыл йыл башынан Хөкүмәт был аҡсаны төбәктәргә бүлде. Бөтө­нөһө 40 миллиард һум самаһы ине. Ҡайҙа аҡса хеҙмәткәрҙәргә барып етмәгән, был аҡса бүленмәү проблемаһы түгел, ә етәкселектеке. Аҡса түләп еткерелмәгән төбәктәрҙе тикшерергә кәрәк. Минеңсә, аҡсаның башҡа маҡсаттарға тотонолоуы ихтимал. Мотлаҡ медиктар­ға барып етергә тейеш. Бының менән айырым шөғөлләнәсәкбеҙ.

Министрҙарҙың эше нисек бара?

Президентҡа ошондай һорауҙы интернет аша еткергәндәр. “РФ Министрҙар Кабинетындағы ҡайһы берәүҙәрҙе алмаштырырға ваҡыт түгелме?” − тип тә яңғырай һорау.
В. Путин: Ил Хөкүмәте әле бер йыл да эшләмәй. Әлбиттә, дәғүәләр ҙә бар, әммә кешегә үҙен күрһәтергә, ниҙер эшләй алыуын йә эшләй алмауын аңларға ваҡыт бирергә кәрәк. Был – бик ҙур эш һәм яуаплылыҡ. Кадрҙар тирәләй болғаныш кәрәкме икән? Ул файҙа түгел, күберәк зыян килтерәсәк.

Ришүәтселек. Бур «ултырырмы»?

Бөгөн коррупция темаһы, моғайын, иң күп телгә алынғанылыр. Президент менән «тура эфир» алдынан да берҙәм бәйләнеш үҙәгенә меңдәрсә һорау яуҙырылған. Күптәрҙе «Оборонсервис» тирәләй бюджет талау эшен асыҡлауҙың нисек барыуы, элекке оборона министры Сердюковтың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра.
В. Путин: Барлыҡ факттар буйынса кемдеңдер ғәйебен раҫлауҙы бары тик суд ҡына хәл итә ала. Бер кем дә − гәзиттәр ҙә, граждандар ҙа кешене алдан ғәйепле тип билдәләй алмай.
Минең Баш командующий вазифаһына ҡайтыуыма күп ваҡыт та үтмәне, ошо эштәр асылды. Тик­шереү объектив бара һәм аҙағынаса еткереләсәк. Һөҙөм­тәһен күрербеҙ – кем ғәйепле, кем – юҡ. Бында суд системаһына булған дәғүәләр­ҙе лә әйтеп үтергә кәрәк. Суд процестарында ҡатнашыусыларҙан юғары инстанцияларға, эште ҡайтанан ҡарауҙарын һорап, аҙаҡ бары тик 15 проценты ғына мөрәжәғәт итә. Ҡалғандар суд эше менән ҡәнәғәт. Ә судьяларға дәғүәләр күп.
Былтыр хоҡуҡ һаҡлау системаһынан, депутаттарҙан, чиновниктар­ҙан 800-ҙән ашыу кеше ришүәтселектә ғәйепләнеп, енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған. Былар − айырым статус бирелгәндәре. Ә ил буйынса күпме?

Березовский: «Һаумы, Владимир Владимирович…»

Иҫләйһегеҙҙер, олигарх Борис Березовский үлгәс, уның Владимир Путинға хат ебәреүе хаҡында хәбәр таралды. Ысын булғанмы ул, бушмы?
В. Путин: Бындай хаттар булды. Ике хат, әммә тексы бер үк йөкмәткеле. Березовский күп хата яһауын яҙған, уны ғәфү итеүҙе һәм Ватанға ҡайтырға мөмкинлек биреүҙе һораған.
Мин уның менән таныш булһам да, яҡын бәйләнештә булманым. Шулай ҙа ул үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Әлбиттә, дәүләт башлығы ярлыҡай ала, бәлки, ниндәй­ҙер акциялар ҙа үткәрергә мөмкин. Бының өсөн юридик анализ яһап, Юғары суд, прокуратура менән кәңәшләшергә кәрәк ине.

Үлем язаһы тураһында

«Ни өсөн үлем язаһын тергеҙеп булмай? Енәйәтсе, иреккә сыҡҡас та, енәйәтен яңынан ҡылырға мөмкин бит» тигән һорау ҙа бар ине Президентҡа.
В. Путин: Үлем язаһы тураһында мәсьәлә йәмғиәттә күптән күтәрелде. Әлбиттә, ошо тәңгәлдә ҡулға ручка алып, тиҙ генә язаны тергеҙеү тураһындағы документтарға ҡул ҡуйғы, йә депутаттарға мөрәжәғәт итке килә. Әммә был юҫыҡта белгестәр, криминологтар менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Белгестәр, язаны ҡәтғиләндереү енәйәтте юҡ итеүгә йә кәметеүгә булышлыҡ итмәй, ти. Мәҫәлән, Рим империяһында кеҫә бурҙарын үлемгә хөкөм иткәндәр ҙә, яза урынында урлашыу айырыуса артҡан, сөнки халыҡ майҙанға күп йыйылған.
Беҙҙә ғүмерлеккә төрмәгә ябыу тигән хөкөм дә бар. Унда шарттар һис тә шифахана-курорттарҙыҡына тап килмәй.

Террор йөрөй донъя буйлап…

Бостондағы теракттан һуң американдар рәсәйҙәргә ҡарата нәфрәт яуҙыра башлаған, сөнки террор ҡылыусылар Кавказ егеттәре булып сыҡҡан.
В. Путин: Американың ябай халҡы бер нәмәне аңламай − Рәсәй үҙе террор ҡорбаны. Эш бында милләттә лә, дини инаныуҙа ла түгел, ә кешеләрҙең экстремистик кәйефендә. Улар (теракт ҡылыусы ағалы-ҡустылы Царнаевтар − авт.) Америкаға йәшәргә барған, кесе­һенә гражданлыҡ биргәндәр. Ә хә­ҙер уны ҡайһы берәүҙәр хәрби әсир тип иғлан итмәксе була. Чечен халҡы фажиғәһендә ваҡиға яһарға кәрәкмәй.

Иң «ауыртҡан ер»

Миллиондарса Рәсәй халҡын бор­сой әлеге тема – һыуға, утҡа, газ­ға – коммуналь түләүҙәргә хаҡ ар­тыуы. Тарифтар күтәрелеү системаһы, ғөмүмән алғанда, ныҡ йәшерен.
В. Путин: Һис шикһеҙ, был мөһим нәмә. Идара итеүсе компаниялар тирәләй һорауҙар күп. Халыҡҡа көс етмәҫлек түләүҙәр индереү бер ҡалыпҡа ла һыймай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта проблемалар йыйылып китте, ул тармаҡтың 60 проценты ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел. Әммә был бөтә ауырлыҡты граждандар иңенә һалып, хәл-торошто варварҙар алымы менән яҡшыртырға мөмкин тигәнде аңлатмай.
Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, йылытыу миҙгелендә тарифтарҙы күтәреп, һуңынан арттырмау ҡа­рал­ғайны. Ә бында йылытыу миҙгелендә хаҡтар ҡот осҡос үҫеп китте. Түләүҙәр йыл әйләнәһенә «йомшағыраҡ» булырға тейеш.

Юлдар. Ҡайҙа улар?

Шундай бер смс-хәбәр килгән – «Мин һалым түләйем. Ҡайҙа минең юлдарым?»
В. Путин: Юл, билдәле булыуынса, Рәсәйҙең йолаға әүерелгән проблемаларының береһе. Тура­һын әйткәндә, илдең ҙур булыуын иҫәпкә алып, мәсьәләне хәл итеүҙең көйләнмәгән булыуы.
Бер-ике йыл элек беҙ төбәк юл фондтарын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйнек. Ҡайһылыр этапта был фондтар эшләүенән туҡтаны. Әммә барыбер шуларға әйләнеп ҡайтырға мәжбүрбеҙ. Уларҙы эшләтеү сығанағы – акциздар һәм транспорт һалымы. Һәр ерҙә контроль кәрәк булған кеүек, юл системаһында ла ул кәрәк. Мәҫәлән, Псковта «Дороги Пскова» тигән йәштәр хәрәкәте эшләй. Улар юл төҙөлөшөнөң сифатын күҙәтеү буйынса һөҙөмтәле һәм эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Мин Рәсәйҙең һәр төбәгендә шундай күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итәм. Юл төҙөргә аҡса бар. Мин, әлбиттә, бөтә юлдарҙы ла ҡарап сыға алмайым, әммә был Хөкүмәттә һәм төбәк властарында яйға һалынырға тейеш.

2016 йылдан һуң «әсәлек капиталы» булырмы?

В. Путин: Беҙ әлеге программа хаҡында 2006 йылда һөйләй башланыҡ та, уның икенсе йылына ғәмәлгә индерҙек. Ул 2016 йылға тиклем (2016 йылды ла индереп) эшләй. Вәғәҙәләүебеҙсә, капитал даими рәүештә индексациялана. Быйыл ул 408 мең һумға етте. Дөйөм алғанда, был аҡса – күп балалы ғаилә өсөн ярайһы ярҙам.
2016 йылдан һуң нисек булыр һуң? Минеңсә, балалар тыуымына булышлыҡ итеү программаһын теге йәки был төрҙә дауам итербеҙ. Әлегә теүәл әйтә алмайым. Әммә «Әсәлек капиталы» программаһы билдәләнгән ваҡытҡаса ғәмәлдә ҡала.

Тәрбиәгә бала алһағыҙ…

В. Путин: Пособие бөтөнләй әҙ ине, былтыр ул 5500 һумға еткерелде. Тик Хөкүмәт әлегәсә түләүҙең айырым тәртибен уйламаған. Инвалид балалар пособиеһы ла арта. Әле Дәүләт Думаһында уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа бала алғанда бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум түләүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты ҡаралырға тейеш. Был норма тиҙ арала хәл ителер, тип уйлайым.

Һәм тағы ла бер балыҡ башы…

Һуңғы осорҙа ошо мәсьәлә юрый ҡуйыртылған проблемаға әйләнеп барған һымаҡ. Сәғәт күсереү тура­һында Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевҡа ла йыш-йыш өндәшеп торалар. Был хаҡта Владимир Путиндың да иҫенә төшөрҙөләр. Ул Рәсәй президентлығына кандидат булғанда уҡ был һорау тураһында уйларға вәғәҙәләгәйне.
В. Путин: Мин, был мәсьәлә РФ Хөкүмәте компетенцияһында, тип әйткәйнем инде. Хәл итеүҙән баш тартҡан кеүек килеп сыҡмаһын, әммә үҙ ваҡытында (Президент булғанда − авт.) Дмитрий Анатольевич был ҡарарҙы ҡабул итте, Хөкүмәт уны үтәне. Был юлы ла Хөкүмәт иңендә.

Ҡыҫҡа һорауға – ҡыҫҡа яуап

«Сочи Олимпиадаһы күпмегә төшә?»
В. Путин: Арзанға түгел. Федераль бюджеттан 99 миллиард һум аҡса бүленһә, йәлеп ителгән сумма 144 миллиард самаһы буласаҡ.
«Аҙыҡ-түлеккә ГОСТ нормаһын кире ҡайтарыуҙы талап итәм».
В. Путин: ГОСТ бөгөн дә бар.
«Рәсәйҙә киндерҙе легалләштерерҙәрме?»
В. Путин: Юҡ, әммә киндер ауыл хужалығында, туҡымалар өсөн ҡулланылырға мөмкин, ә еңелсә наркотик булараҡ – ҡәтғи ҡаршымын.
«Беҙҙә ҡасан барыһы ла яҡшы булыр?»
В. Путин: Эсергә яратыусы кешеләр әйтмешләй, бөтә араҡыны эсеп бөтөрөү мөмкин түгел, әммә ынтылырға кәрәк. Барыһы ла, ахыры, бер ҡасан да һәйбәт була алмаҫ, әммә беҙ уға ынтылырбыҙ.
«Халыҡҡа һәм Ватанға хеҙмәт иткем килә, ярҙам итерһегеҙме?»
В. Путин: Шуға һәр ваҡыт ышанам – беҙҙең халыҡтың күбеһе иленә тап ошолай ҡарай: уға һәм халҡына хеҙмәт иткеһе килә. Ошондай теләктәргә булышлыҡ итергә кәрәк. Президент һәр конкрет мәсьәләне ҡарай алмай. Кеше үҙ илендә ҡайҙа файҙалыраҡ булыуын билдәләргә тейеш. Ул үҙен уңышлы тойған, һәләтен, мөмкинлектәрен файҙалана алған өлкәлә уңыш яулай. Был – кешенең үҙе өҫтөндә эше.
«Нисек президент булырға?»
В. Путин: Партияңды төҙөргә мөмкин, илгә һөҙөмтәле хеҙмәт итергә теләүегеҙҙе һәм итә аласағығыҙҙы иҫбатларға, тырышыр­ға, ошо йүнәлештә барырға кәрәк.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә