RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

29.03.2013 Өс һөйләм менән

Өфө ҡала советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда баш ҡалала Йәштәр көнөн үткәреү тураһында һүҙ барҙы. Был көн 27 июндә билдәләнһә лә, уға арналған спорт һәм мәҙәни саралар киләһе айҙа уҡ башланасаҡ.

Рәсәй белгестәре 2013 йылда урман янғындары сығыу ихтималлығы юғары булған төбәктәрҙе билдәләгән. Был исемлектә Баш­ҡортостан Республикаһы ла бар. Алдан күҙаллау буйынса, август-сентябрь айҙары беҙҙең урмандар өсөн хәүефле буласаҡ.

Быйыл республикала күп йыллыҡ үләндәр 716 мең гектар майҙанда сәселәсәк тип планлаштырыла. Әле хужалыҡтар сәселәсәк үләндәрҙең орлоҡтарын алыу, ми­нераль ашламалар һайлау кеүек яҙғы эштәр менән мәшғүл. План буйынса, республикала бер шартлы баш малға 30 – 35 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк.

Белгестәр быйыл яҙғы ташҡындың көслө буласағын күҙаллай, сөнки ҡар составындағы һыу кимәле юғары. 3 – 4 апрелдә һауа температураһының ныҡ йылынып китәсәге фаразлана, шуға ла йылғаларҙың ҡапыл ташыуы ҡурҡынысы бар. Республикала 10 мең йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.

Өфөлә Башҡортостан урмансылары паркында бер айыуҙың алты балаһы донъяға килгән, был хаҡта парк хеҙмәткәрҙәре бәләкәс айыуҙар өңдән үҙҙәре сыҡҡас ҡына белеп ҡалған. Айыу балаларының өсәүһен циркка һатҡандар. ҡалған­дары ла әсәһенән айырылған, әлегә уларҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Йыл башынан Башҡор­тостанда законһыҙ рәүештә 23 мышы, 35 ҡабан һәм өс ҡоралай атып алынған. Дөйөм алғанда, ошо арауыҡта һунар итеүгә ҡағылышлы ҡағиҙә­ләр­ҙең 132 тапҡыр боҙолоуы теркәлгән. Респуб­ликала һунарсы булараҡ теркәлгән кешеләрҙең күпселеге – ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә