RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хөкүмәт эшенә баһа бирелде

26.03.2013 Хөкүмәт эшенә баһа бирелде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Йылға йомғаҡ яһау тәүге тапҡыр башҡарма власть башлығы менән парламентарийҙар араһында диалог форматында үтте.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, башҡарма власть эшмәкәрлеге иҡтисади мөмкинлектәрҙе, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙе үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Башҡортостанда төп иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫешен тәьмин итеүгә, республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреүгә өлгәшелде. Кешеләрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы артты, һөҙөмтә булараҡ, демографик күрһәткестәр яҡшырҙы. Былтыр 59 мең сабый тыуған. 1991 йылдан алып был иң яҡшы күрһәткес. Халыҡтың тәбиғи артыуы 5600 кеше тәшкил иткән.
– Халыҡ булһа, республика ла, ил дә буласаҡ, – тине Президент. – Һәм бының менән сикләнергә ярамай. Беҙҙең киләһе маҡсат – 60 мең сабый. 2013 йыл был йәһәттән яҡшы башлана, ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа тыуым артыуы күҙәтелә.
Рөстәм Хәмитов балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә туҡталды. Үткән йылда 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөү, 33 бинаны реконструкциялау һәм кире ҡайтарыу, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формаларын индереү ярҙамында 14 меңдән ашыу урын булдырылған. Республикала балалар баҡсаларын төҙөү дауам итәсәк.
Президент әйтеүенсә, быйыл балалар баҡсаларында тағы 11 мең урын булдырыу көтөлә. Был маҡсатҡа 2,3 миллиард һум аҡса бүлеү ҙә ҡаралған.
Рөстәм Хәмитов, 2016 йылға 3 – 7 йәшлек сабый­ҙар араһында балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөргә кәрәк, тигән фекерҙә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Олатайым әйткәнен үтәрбеҙ!

Бәхетлемен һиндә,  Башҡортостан!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Яҙғы ташҡын - 2019: һыу 85 меңдән ашыу кешегә зыян килтереүе ихтимал

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең  уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Кеше эше менән матур

17.03.2019 - Йәмғиәт Кеше эше менән матур