RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенә ҡаршы

19.10.2010 Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенә ҡаршы

Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһындағы мәсьәлә уҙған аҙнаның башында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышынан һуң әүҙем тикшерелә башланы.
Уның депутаттарының береһе – Нәжиб Йәмилевтың республиканың Мәскәү ваҡытына күсеү тураһындағы закон проектын әҙерләүе тураһындағы хәбәр киң мәғлүмәт сараларында бик тиҙ таралды һәм күренекле ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, киң йәмәғәтселек яғынан, башлыса, ҡаршы сығыштар тыуҙырҙы. Етмәһә, Башҡортостанда ғына түгел, ә Мәскәүҙең үҙендә лә Баш­ҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенең маҡсатҡа ярашһыҙлығы тураһында Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы, Рәсәй Президенты Дмитрий Мед­ведевтың сәғәт бүлкәттәре һанын оптималләштереү буйынса ҡушҡан йөкләмәһен үтәүсе эшсе төркөм ағзаһы Аркадий Тишков һәм башҡа компетентлы кешеләр үҙ ҡарашын белдерҙе. Уларҙың дөйөм фекеренсә, төбәгебеҙ географик ваҡытҡа тап килгән ваҡыт буйынса йәшәй һәм уны үҙгәртеүҙең һис тә кәрәге юҡ. Етмәһә, бындай күсеүҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығы бик шикле, ә яңы биологик ваҡытҡа ҡулайлашырға тура киләсәк халыҡ өсөн кире эҙемтәһе һис шикһеҙ буласаҡ. Бындай үҙгәртеүҙәрҙән бигерәк тә балалар һәм өлкән быуын кешеләре зыян күрәсәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһында бөтә хәбәрҙәр – депутаттарҙың береһенең генә шәхси фекере. «Хөкүмәт һәм Президент кимәлендә был тема бөтөнләй күтәрелмәне, бындай тикшереү планлаштырылмай ҙа, – тип яҙҙы үҙ блогында республика башлығы. – Минең шәхси фекерем: Мәскәү ваҡытына күсеү маҡсатҡа яраш­һыҙ. Беҙ дөрөҫ географик һәм биологик ваҡыт буйынса йәшәйбеҙ. Күсеүгә ҡаршы дәлилдәр етерлек килтерелде. Мин уларға ҡушылам».







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!