RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл хужалығына аныҡ ярҙам кәрәк

19.10.2010 Ауыл хужалығына аныҡ ярҙам кәрәк

Башҡортостан Президенты Ҡырмыҫҡалы районы буйлап эш сәфәре барышында республиканың «Алтын көҙ — 2010» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә еңеүсе 15 ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән осрашыуында етештереүселәргә дотациялар, кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялау, милеккә һалымды кәметеү һәм инвестициялар йәлеп итеү темалары күтәрелде.
Быйыл да Башҡортостан был күргәҙмәлә Рәсәйҙә миҙалдар һаны буйынса беренсе урынды яуланы – уларҙың һаны хәҙер 521-гә етте. Был наградалар республиканың ҙур потенциалға эйә булыуын күрһәтә, ләкин тышҡы дәғүәселек мөхите беҙҙе артабан үҫешергә мәжбүр итә, тип билдәләне республика башлығы. Ул, ауыл хужалығына аныҡ ярҙам күрһәтеү өсөн ресурстарҙы ҡаты иҫәпкә алыу һәм бюджет средстволарын ҡайтанан бүлеү кәрәк, баҙар формаларына күсеү бик һүлпән бара, ә агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент Ауыл хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә бер ай эсендә Хөкүмәт ултырышына бөтә материалдарҙы әҙерләргә ҡушты. Осрашыуҙа билдәләнгән бөтә «ауыртҡан» урындар ошо ултырышта ҡараласаҡ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған

Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды