RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.12.2012 Өс һөйләм менән

Яңы йыл алдынан БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты депутаттары ауыр тормош шарттарында ҡалған студенттарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйҙы. Комитетта республиканың юғары уҡыу йорттарында белем алған бер нисә йәш кешегә байрам алдынан ярҙам итеү йолаһы күптән йәшәп килә. Күп балалы ғаиләләрҙән көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар депутаттарҙан ярҙам аласаҡ.

Күп функциялы үҙәктәр системаһы республикала әүҙем үҫтереләсәк. Өфөләге үҙәк офис уның һөҙөмтәле булыуын һәм һорау менән файҙаланылыуын күрһәтте − ярты йыл эсендә граждандарҙың 20 меңгә яҡын мөрәжәғәте эшкәртелгән. Күптән түгел Күмертауҙа яңы филиал эшләй башланы, шулай уҡ Октябрьскийҙа һәм Өфөлә йәнә бер филиал асыласаҡ.

2013 йылда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында йәнә 120 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашырға йыйына. Малсылыҡ комплекстарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаның төп маҡсаты булып тора. Фермалар республика һәм район бюджеттары, хужалыҡтарҙың үҙҙәренең иҫәбенә төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ.

Башҡортостанда 2012 йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк адреслы программаһын тормошҡа ашырыу тамамланды. Программа­ға ярашлы, быйыл 380,9 мең квадрат метр тәшкил иткән 116 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелде. Һөҙөмтәлә 14 460 граждандың йәшәү шарттары яҡшыр­тыл­ған.

ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Быйылғы сара көрәшселәр һаны буйынса рекордлы булды – унда илебеҙҙең 36 төбәгенән 245 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан көрәшселәре дүрт алтын, алты көмөш һәм ике бронза миҙал алып ҡайтты, дөйөм команда иҫәбендә өлкәндәр араһында ла, йәштәр араһында ла икенсе урынға лайыҡ булды.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән мәктәп уҡыусыларына Президент стипендияһы дипломдары тапшырылды. Был исемгә 20 бала лайыҡ булды. Уларҙың уҡытыусыларына ла министрлыҡтың рәхмәт хаттары бирелде.

Өфөгә атмосфера һауаһын тикшереү буйынса уникаль экологик лаборатория килде. Күсмә станция баш ҡаланың райондары буйлап йөрөйәсәк. Элек лаборатория анализдары өс көндә әҙерләнһә, яңы ҡорамал һауа составында нимә барын бер минутта күрһәтә.

З.ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә