RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

04.12.2012 Донъя яңылыҡтары

Лотереяларҙы бөтөрмәкселәр
Рәсәйҙә 2014 йылдан шәхси лотереяларҙы тыйырға йыйыналар.
Ошонан башлап тик Бөтә Рәсәй лотереялары ғына уйнатыласаҡ. Төбәк һәм муниципаль отоштар ҙа тыйыуға эләгәсәк. Тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе рекламалауға ҡоролған лотереялар ғына был исемлеккә инмәйәсәк. Был турала протоколға РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Игорь Шувалов ҡул ҡуйған. Хөкүмәт «Лотереялар тураһында»ғы законға тейешле төҙәтмәләр индереү бу­йынса ла күрһәтмәләр биргән. Әлегә тиклем Рәсәй властары илдә уйын бизнесын тыйғайны. Әммә төрлө казиноларға алмашҡа лотереялар килде. Ә уларҙы нимә ал­маш­тырыр икән?!

Мутлыҡтың да була төрлөһө

Енәйәт кодексында мутлыҡтың алты яңы төрө барлыҡҡа килгән.
Хәҙер был енәйәт кредитлау, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, страховкалау, түләү карталарын файҙаланып аҡса алыу һәм компьютер мәғлүмәте кеүек тармаҡтарға бүленгән. Зыян күреүселәрҙең ғаризаһы буйынса ғына енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ, ә хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡарамағы буйынса түгел. Яңы закон ҙур күләмдәге мутлыҡ өсөн яуаплылыҡты көсәйтә. «Мутлыҡ» тигән дөйөм статья шулай ҙа кодекста ҡаласаҡ. Ул ғәмәлдәрен яңы статья буйынса ҡарап булмаған кешеләргә ҡарата файҙаланыласаҡ.

М – 10 трассаһындағы тығын ҡуҙғалды

Ял көндәрендә көслө ҡар яуыуҙан М – 10 трассаһында ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килде.
30 ноябрҙә Тверь һәм Новгород өлкәләрендәге юл участкаларында хәрәкәт туҡтай. Мәскәү – Санкт Пе­тербург юлында 40-ар саҡрымлыҡ тығындар барлыҡҡа килә. Кешеләр хатта төндө лә юлда машина эсендә үткәрергә мәжбүр була. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, юлда 20 стационар, ете мобиль туҡланыу һәм йылыныу пункты булдырыла, алты мобиль заправкалау пункты эшләй. 4875 кешене аш менән тәьмин итәләр. Махсус техника 274 саҡрым юлды ҡарҙан таҙарта. Килеп тыуған хәлдән Тверға инеүҙе тыйырға мәжбүр булалар, тик аҙыҡ-түлек ташыусы фураларға ғына рөхсәт ителә. Еңел автомобилдәр һәм автобустар өсөн юл йәкшәмбелә кискә генә асыла, һуңыраҡ ауыр йөк машиналарының да хәрәкәте яйға һалына.

Яңы хәрби форма беҙҙекеме тиһәк…
Рәсәй армияһының яңы формаһы тулыһынса АҡШ хәрбиҙәренең формаһын ҡабатлай.
Уҙған аҙнала Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу хуплаған йәйге хәрби форма ысынында тулыһынса Америка һалдаттары кейгән ACU формаһының күсермәһе булып сыҡҡан. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр һәм хәрбиҙәр яңы хәрби форманы юғары баһалаған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә