RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Умартасылыҡ серҙәре мәктәптә өйрәнелә

27.11.2012 Умартасылыҡ серҙәре мәктәптә өйрәнелә

Учалы районының Ураҙ мәктәбендә Баймаҡ, Миәкә, Архангел, Нуриман, Шишмә, Благовар райондарынан 70-тән ашыу кеше ҡатнашлығында умартасылыҡ тармағына ҡағылышлы төбәк семинары уҙҙы.
“Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов иҫәпләүенсә, Учалы районында бал ҡорттарын үрсетеү иҡтисади йәһәттән отошло, сөнки башҡорт бал ҡорттары иң ҡаты климат шарттарында ла йәшәй ала.
Шул уҡ ваҡытта умартасылыҡ тармағы үҫеш­һен өсөн яҡшы белгестәр кәрәк. Респуб­лика­ның бер нисә районында мәктәптәрҙә умартасылыҡ буйынса курс үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ошо иҫәптә − Ураҙ лицейы ла. Мәк­тәптә 2007 йылдан «Умар­тасылыҡ» курсы уҡытыла, 96 уҡыу­сы умартасы танытмаһы алған.
– Уҡыусылар дәрестә алған белемен йәйге хеҙмәт практикаһы ваҡытында эштә һынап ҡарай, нығыта. Мәктәп умарталығында 25-кә яҡын бал ҡорто күсе бар, – тине лицей директоры урынбаҫары Гөлназ Әзи­ханова.
Әйткәндәй, Учалы районында умарталыҡтар Ураҙ мәктәбендә генә түгел − Ахун мәктәбендә һәм Озерный мәктәбенең Баттал ауылындағы филиалында ла бар. Уларҙа ла курс асылған. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, умартасылыҡ районда әүҙем үҫтерелә: бөгөн 1700 бал ҡорто күсе иҫәпләнә, умартасылыҡ менән «Юрға» һәм «Юлдаш» исемле ике ауыл хужалығы предприятиеһы шөғөлләнә.
Квалификациялы белгестәр генә түгел, тейешле техник база ла тармаҡты уңышлы үҫтереүҙә нигеҙ булып тора. Быйыл Көньяҡ Уралдағы белем биреү учреждениеларының уҡытыу программаһына курсты индереү буйынса ҙур эш башҡарылған: уҡытыу­сыларҙың квалификацияһын күтәреү ойошторолған, 10 − 11-се класс уҡыусылары өсөн уҡытыу пособиеһы баҫтырылған, матди-техник базаны нығытыуға дүрт миллион һум аҡса бүленгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә