RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсәләргә һәм ғаиләгә иғтибар арта

27.11.2012 Әсәләргә һәм ғаиләгә иғтибар арта

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнде. Байрам уңайынан Өфөнөң Конгресс-холында бөтә республиканан килгән әсәләр өсөн концерт ойошторолдо. Уларҙы был матур байрам менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
− ҡатындар иңендә бала тәрбиәләү, ғаилә усағын һаҡлау, ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күреү, өйҙә йылы мөхит булдырыу бурысы ята. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән донъя гармонияһын һаҡлайһығыҙ, беҙең тормошто яҡшыртаһығыҙ, мәңгелек рухи ҡиммәттәрҙе нығытаһығыҙ, − тине БР Президенты, залда ултырған әсәләргә мөрәжәғәт итеп.
Республика властары әсәлек, ғаиләне социаль яҡлау, бала тәрбиәләү мәсьә­ләләренә ҙур иғтибар бүлә. Ағымдағы йыл да юҡҡа ғына Башҡортостанда балалыҡты яҡлауға һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналманы.
Киҫкен проблемаларҙың береһе тип, Президент балалар баҡсаларына оҙон сираттарҙы атаны. Уларҙы ҡыҫҡартыу өсөн бихисап мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Былтыр ғына 11 мең урын булдырылған, 2012 йылда улар­ҙың һанын бер нисә тапҡырға арттырыу күҙаллана. Был маҡсатҡа яҡынса 4 − 4,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
– Быйыл мотлаҡ рәүештә 50 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өс йылдан был мәсьәлә республикала, нигеҙҙә, хәл ителер, тип уйлайым, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн Башҡортостанда 170 меңдән ашыу ғаилә дәүләт ярҙамы ала. Үткән йылдан өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүселәргә бушлай ер участкаһы бирелә. Уларҙы 3,5 меңдән ашыу ғаилә алған. Әле сиратта торған 13 − 15 мең ғаиләнең барыһы ла 2013 йылда, иң һуңында, 2014 йылда ер участкаһы аласаҡ.
Был көндө Миәкә районынан килгән күп балалы Баһауетдиновтар ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә