RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

27.11.2012 Донъя яңылыҡтары

Бергәләп юҡ итмәкселәр
Рәсәй менән НАТО боеприпас­тар­ҙы утилләштереү буйынса килешеү әҙерләй.
Арсеналды, НАТО технологияһын ҡулланып, Рәсәй аҡсаһына юҡ итеү планлаштырыла. ҡоралды бергәләп утилләштереү тураһында бер нисә ай инде һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә оборона министры алмашынғас, һуңғы аҙнала ғына эш тиҙләтелде. НАТО менән килешеү алдағы йылда әҙер булыр тип планлаштырыла. ҡоралды шартлатыу юлы менән юҡ итеү һалдаттар өсөн хәүефле. Шуға күрә сит ил тәжрибәһен ҡулланырға булдыҡ, тип аңлаталар Генераль штабта.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Оборона министрлығы 2013 йылда шартлатыу эштәренән баш тартырға булған. Сөнки бындай операциялар йыш ҡына көтөлмәгән хәлдәргә юлыҡтыра. Мәҫәлән, быйыл Ырымбур өлкәһендә 20 гектар майҙанда янғын сыға. Һөҙөмтәлә полигонда утилләштереүгә әҙерләнгән ҡорал шартлай башлай. ҡотҡарыусыларға ашығыс рәүештә ике ауыл халҡын эвакуацияларға тура килә. 2011 йылда Әстерхан өлкәһендә ошондай операция барышында һигеҙ хәрби һәләк була, тағы өсәүһе йәрәхәтләнә.

Тотҡондарҙың ҡаршылыҡ акцияһы туҡтатылған

Копейскиҙа тотҡондар, тынысланып, үҙ камераларына таралышҡан.
24 ноябрҙә Силәбе өлкәһендәге 6-сы колонияла 250-гә яҡын тотҡон, үҙҙәренә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙе, шулай уҡ режимды бер аҙ йомшартыуҙы талап итеп, ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Колония янында иһә уларға туғандары ҡушыла. Силәбе өлкәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, полиция ярҙамында тотҡондарҙы тынысландырырға һәм колония янында йыйылған кешеләр­ҙе таратыуға өлгәшелгән.
Әлеге ваҡытта холоҡ төҙәтеү колонияһында хәл тотороҡланған һәм тулыһынса администрация күҙәтеүенә алынған. Колония эшмәкәрлеге ҡәтғи көн тәртибе режимына ярашлы дауам итә.

«Спартак»тың тренеры үҙ вазифаһына ҡайтҡан

«Спартак»тың баш тренеры, Испания белгесе Унаи Эмири команда Рәсәй чемпионатында «Динамо»нан еңелгәндән һуң отставкаға ебәрелгән.
Хәҙер баш тренер вазифаһын «Спартак» клубының генераль директоры Валерий Карпин башҡарасаҡ. 2009 йылдан 2012 йылға тиклем был вазифаны биләгән Кар­пинға Рәсәй чемпионатының 18-се, 19-сы туры матчтарын, шулай уҡ чемпиондар лигаһының йомғаҡлау этабын үткәрергә тура киләсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә