RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

23.11.2012 Өс һөйләм менән

16 − 19 ноябрҙә Төркиәнең Чанаккале ҡалаһында IV Халыҡ-ара шиғриәт форумы үтте. Унда Башҡортостандан шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, республикабыҙҙағы Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге идараһы рәйесе урынбаҫары, Әзербайжан Яҙыусылар союзы ағзаһы Балоглан Рзаев һәм БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов ҡатнашты. Сараны Чанаккале ҡалаһының «Академия» шиғриәт йәмғиәте һәм ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ойошторған.

Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек – граждандарҙы яҡлау идаралығы булдырылды. Ул шул уҡ исемле муниципаль учреждениены алмаштырасаҡ. ҡайтанан булды­рыл­ған идаралыҡ граждандар оборонаһы һәм халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау сараларын ойоштороу буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәк.

Мәсетле муниципаль районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «1-се лицей» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы уҡытыусыһы Рәйсә Мофазаловаға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Ошо хаҡтағы Указға ил башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был юғары наградаға Рәйсә Рәис ҡыҙы белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды.

Өфөлә 26 декабрҙә старт аласаҡ йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатының рәсми атрибутикаһы һатыла башланы. Чемпионат­тың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киң ассортиментта свитер, толстовка, футболка, кепкалар тәҡдим ителә. Донъя чемпионаты атрибутикаһын «Чемпион», «Интерспорт» спорт магазиндары селтәрҙәрендә, «Өфө-Арена» боҙ һарайында, Спорт һарайында, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, «Салауат Юлаев» хоккей клубының фирма һәм интернет-магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында гимн яңғыраясаҡ. Уны композитор Илшат Хәлилов музей директоры Ғәли Вәлиуллин шиғырына яҙған. Шулай уҡ Милли музейҙың тарих залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған симфония яңғыраясаҡ.

Өфөнөң муниципаль торлаҡ фондынан хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ биреү тәртибе тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тренерҙарына торлаҡ алыу мөмкинлеге биреләсәк. Был уларҙың социаль хәлен яҡшыртыуға һәм балалар-үҫмерҙәр спорты системаһына квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итеүгә ярҙам итәсәк.
З. ЙӘһүҙИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә