RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

16.11.2012 Өс һөйләм менән

Өфөлә, Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда тәүге шыршы үҙ урынын алды. Тиҙҙән уны уйынсыҡтар һәм гирляндалар менән биҙәйәсәктәр. Благовещен районынан килтерелгән урман ҡупшыҡайының бейеклеге 20 метрға яҡын.

15 − 25 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы Иран сәнғәте көндәрен үткәрә. Сара барышында өфөләр иран милли сәнғәте изделиелары, сувенир продукцияһы күргәҙмәһендә ҡатнашып, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса «Иран – әкиәт донъя­һы» конкурсын ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтарға мосолман дәүләте тураһында фильм күрһәтеләсәк, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында элеккесә эшселәр талап ителә. Баш ҡаланың хеҙмәт биржаһындағы мәғлүмәт базаһында эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар дөйөм вакантлы урындарҙың 84 процентын тәшкил итә. Баш ҡалала арматурасы, бетонсы, ташсы, балта оҫтаһы, маляр, иретеп йәбештереүсе, токарь, электрогазосварщик, шулай уҡ водителдәр, кондуктор, урам һепереүсе, юл хеҙмәткәре, һатыусы, ашнаҡсы һәм кондитерҙарға ихтыяж ҙур.

2013 йылда Өфөлә йәйәүлеләр өсөн биш ер аҫты юлы төҙөлә башлаясаҡ. Уларҙың дүртәүһе Октябрь проспектында («Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты», «Мир» фирмаһы», икәүһе – «Спорт» туҡталыштарында) урынлашасаҡ. Шулай уҡ «Актерҙар йорто» туҡталышында Пушкин урамы аша туннель төҙөләсәк, ә Өфө − аэропорт юлында йәйәүлеләр өсөн ике ер өҫтө юлы төҙөү проекты экспертиза үтә.

27 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле опера йырсыһы Илдар Абдраза­ҡовтың хәйриә концерты үтә. «Мәрхәмәт» хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған Раштыуа концертына контрамаркалар бирелмәйәсәк, билет 2 − 10 мең һум торасаҡ. Саранан алынған аҡса фонд ҡарауында булған балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнә.

Бөгөн Өфөлә XVI «ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтә. Сараның маҡсаты − иң уңышлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормош­ҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу, хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләү. Мәртәбәле бәйгелә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 17 предприятие һәм ойошма етәксеһе ҡатнаша.
З. ЙӘһҮҙИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә