RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

09.10.2010 Был аҙнала беҙҙе...

... беҙҙе Ҡыуандарҙы
Был аҙнала беҙҙе...Америка Ҡушма Штаттары хакимиәте Гуантамо базаһында төҙөлгән төрмәне ябыу тураһындағы ҡарарҙы һаман да үтәй алмай. Шунлыҡтан хәҙер ундағы йәшәү шарттарын булһа ла яҡшыртмаҡсылар. Күңелһеҙ ваҡиғалары менән билдәлелек яулаған был төрмә 2002 йылда асылғайны. Унда Ираҡ һәм Афғанстанда ҡулға алынған боевиктарҙы тоталар. Иң йәнде әрнеткәне шул – Гуантамо әсирҙәренең күбеһенә аныҡ ҡына енәйәт эше аса алмайҙар.
Урындағы халыҡ та ҡәнәғәт түгел – улар тотҡондарҙы ашатыу өсөн йыл һайын 3,1 миллион доллар һалым аҡсаһын тотона. Гуантамо төрмәһендә тотҡондар ҡос осҡос шарттарҙа йәшәй, уларҙы язалайҙар, төрлөсә кәмһетәләр, тигән мәғлүмәт бар.
Ә бит Гуантамо ысынында Хәрби-диңгеҙ базаһы. Шуға ла, төрмә ябылған хәлдә лә, база тулы ҡеүәтендә эшләүен дауам итәсәк. Әле тотҡондарға интернетты ҡулланырға, телефон аша һөйләшергә рәхсәт биргәндәр. Улар өсөн ғәрәп каналдарын да үткәреп, телевизор ҡарарға ла мөмкинлектәр асылған. Адвокаттар ҙа тотҡондар менән күпкә йышыраҡ осраша башлаған.

...Хәүефләндерҙе
Был аҙнала Рәсәйҙең Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте йәйге эҫелектән зыян күргән рәсәйҙәрҙе һанап, рәсми мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Улар хәбәр иткән һандар буйынса, быйыл август айында эҫелектән һәм торф яныуҙан сыҡҡан төтөндән 40 меңдән ашыу кеше үлгән. Мәрхүм булғандар­ҙың 9 меңе – Мәскәү ҡалаһы халҡы.
Ғөмүмән, августа Рәсәй үлем осраҡтары буйынса рекорд ҡуйған. Йәйҙең һуңғы айында илдә 192 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, был, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштыр­ғанда, 41 мең кешегә күберәк. Кешеләрҙе үлемгә илтеүсе сәбәптәр булып күпселек осраҡта һыуға батыу, тын алыу органдары һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары теркәлгән. Был йылда һыуға батып үлеүселәрҙең һаны былтырғынан ике тапҡырға артып киткән. Ә инде үпкә ауырыу­ҙары арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыу­сылар һаны 28,1 процентҡа күбәйгән.

...Көлдөрҙө
Мәскәүҙең элекке легендар мэры вазифаһынан бушатылыуына популяр йырсы Николай Басковтан да нығыраҡ ҡайғырған кеше булмағандыр – Лужков Рәсәйҙең «алтын тауышы»на фатир бирергә вәғәҙә иткән булған. Етмәһә, был вәғәҙә бөтә халыҡ алдында – сәхнәнән әйтелгән. Ул хатта вәғәҙәһен үтәү өсөн резолюция ла әҙерләгән. Тик уны аҙағына еткереп өлгөрмәгән – ваҡиғалар үҙгәреп китеү сәбәпле, Мәскәү үҙәгендә фатир алырға аҡсаһы булмаған Басков «ҡыйыҡһыҙ» ҡалған.
Хәҙер Николай Басков, ошо ваҡиға тураһында һөйләп, төрлө киң матбуғат сараларына интервью бирә. Баҡтиһәң, ул Мәскәүҙә фатирҙы ҡуртымға алып ҡына йәшәй, 6 миллион доллар түләп, һәйбәт фатир алырға аҡсаһы етмәй икән.
Николай Басков фатирһыҙ ҡалыуы тураһында бөтә илгә һөйләп нимәгә өмөт итәлер – аңлашылмай. Әммә шуныһы факт: Лужков уға йорт бүләк итергә вәғәҙә бирер алдынан йырсы 700 квадрат метрлыҡ пентхаус алырға хыялланыуы тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләнеп йөрөгән. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиеүҙәре шулдыр, күрәһең.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға