RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

09.10.2010 Өс һөйләм менән

Өфө һынлы сәнғәт галереяһында «Ҡояшлы юл» төбәк-ара күргәҙмәһе асылды. Уның авторҙары һәм ойоштороусылары – Өфө рәссамдары Салауат Ғиләжет­динов менән Вәсил Ханнанов. Был күргәҙмә ҡул менән һәм туҡыу станогында туҡыусылыҡ алымдарын өйрәнеүгә арналған өс йыллыҡ проекттың һөҙөмтәһе булып тора.

Республика көнөндә Стәрле­тамаҡ ҡалаһында «Киләсәк һинән тора» тигән фотокросс үтә. Фотографиялар конкурсы ҡала хакимиәтенең йәштәр эше буйынса бүлеге тарафынан ойошторола. Старт алдынан һәр ҡатнашыусыға кросс-ҡағыҙ биреләсәк, унда фотоға төшөрөргә кәрәкле биналарҙың исемлеге, финиш урыны һәм башҡа мәғлүмәт индереләсәк.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының беренсе этабы үтә. 2010 – 2011 уҡыу йылында олимпиада 21 фән буйынса ойоштороласаҡ. Быйыл тәүге тапҡыр уҡыусылар «Донъя мәҙәниәте» фәне буйынса ла олимпиадала ҡатнаша ала.

Өфөнөң «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Ҡорама-туй» күргәҙмә-фестивале асылды. «Был иң күңелле һәм сағыу фестиваль. Уның маҡсаты – Башҡортостандың оҫтабикәләрен Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлгә сығарыу», – ти «Урал» галереяһының етәксеһе Кәримә Кайдалова.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарының проекты «Шиндлер премияһы – 2010» халыҡ-ара конкурсында финалға сыҡҡан. Буласаҡ архитекторҙар Миләүшә Ғабдрахманова, Татьяна Полякова менән Инна Тарасова жюри ҡарамағына «Colordot Park» (Берлиндағы Олимпия паркы) тигән проектты тәҡдим иткән. Әйткәндәй, конкурста 34 илдән барлығы меңдән ашыу эш ҡаралған.

Бәләбәй һөт комбинаты «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә 19 миҙалға лайыҡ булған. Абруйлы аграр форум Мәскәү ҡалаһында 1 октя­брҙән 11 октябргә тиклем дауам итә. Унда Рәсәйҙең 55 төбәгенән һәм сит илдәрҙән барлығы меңдән ашыу предприятие ҡатнаша.

13 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡор­тостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер, драматург Шамил Рәхмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап, «Эх, кәләше лә кәләше!» спектаклен күрһәтәсәк. Заманында был спектаклде Шамил Рәхмәтуллин сәхнәгә ҡуйған. Спектакль алдынан уның коллегалары күренекле актер, режиссер, драматург хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашасаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

Кисә Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһендә икеләтә байрам булды

“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!