RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Китап» Ашхабадты таң ҡалдырҙы

09.10.2010 «Китап» Ашхабадты таң ҡалдырҙы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Китап сыға­рыусылар ассоциацияһының саҡырыуы буйынса «Китап – хеҙмәттәшлеккә һәм прогресҡа юл» тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашты. «Китап»тың экспозицияһы Рәсәйҙең берләшкән стендына индерелде.
Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән мәртәбәле йәрминкәне был илдең дәүләт хеҙмәте менән ундағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Быйыл күргәҙмәгә 160-тан ашыу ҡатнашыусы килгәйне. Өс көнгә Төркмәнстан бөтә донъяға билдәле нәшриәт йорттарының, полиграфия компаниялары һәм фирмаларының, иң эре фәнни-белем биреү ойошмаларының үҙәгенә әүерелде. Унда бөтәһе 25 ил ҡатнашты, Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Һиндостан, Иран һәм башҡа бик күп илдәр үҙҙәренең экспозицияларын тәҡдим итте.
Бай һәм йөкмәткеле экспозицияһы менән «Китап» нәшриәте йәрминкәгә килгән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Күргәҙмәлә төрлө кешенең зауығын ҡәнәғәтләндерерлек китаптар тәҡдим ителде – туристарға Башҡортостан буйлап юл күрһәтеүсе баҫма ла, «Урал батыр» эпосының бүләк булараҡ әҙерләнгән матур баҫмаһы ла булды. Шулай уҡ Ҡөрьән, кален­дарҙар ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
Күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса «Китап» нәшриәте Маҡтау дипломы менән наградланды. Республиканың данын ситтә лә күрһәтә алған яҡташтарыбыҙға «Афарин!» тип әйтәһе генә ҡала.

Л. СОЛТАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Онотолмаҫ ваҡиға

09.11.2018 - Йәмғиәт Онотолмаҫ ваҡиға