RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәр мәңгелеккә тарих биттәрендә ҡала, шәхестәрҙең ижады халыҡ хәтерендә һаҡлана

09.10.2010 Үткәндәр мәңгелеккә тарих биттәрендә ҡала, шәхестәрҙең ижады халыҡ хәтерендә һаҡлана

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу залында башҡорт халҡының бөйөк улдарын һынландырған картинанаға арналған тантана уҙҙы.
Үткәндәр мәңгелеккә тарих биттәрендә ҡала, шәхестәрҙең ижады халыҡ хәтерендә һаҡланаТантананы асып, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин һүрәттең уҡыу залын биҙәп тороуын билдәләне һәм, ошо уҡыу йортонда уҡып сығып, әлеге көндә нәфис-графика факультетында эшләп йөрөүсе оҫталар ҡулы менән яҙылыуы ҡәҙерле, тине. Һүҙ аҙағында уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ижади уңыштар теләне. Артабан уҡыу йортоноң, башҡорт филологияһы факультеты студенттары, һүрәттең сюжеты менән бәйләп, театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы.
Тәлғәт Мәсәлимов менән Илдар Бикбулатов ижад иткән был әһәмиәтле эштә һәр ҡайһыһы тарихыбыҙҙа, рухи тормошобоҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәр – М. Аҡмулла, М. Өмөт­баев, Р. Фәхрет­дин, З. Вә­лиди, Ш. Бабич, М. Ғафуриҙың һындары са­ғылыш тапҡан. Унда ар­ҙаҡлы шәхестәрҙең сәх­рәлә ҡымыҙ эсеп, халыҡ, ил яҙмышы, донъя­уи мәсьә­ләләр тураһында һөйләшеп ул­тырыуы һү­рәтләнгән.
– Шәхестәр халыҡ хәтерендә генә түгел, заман ижадсыларының эштәрендә лә киләһе быуындарға барып етер­­гә тейеш. Шәхестә­рен ҡәҙерләгән халыҡ үҙе лә ҡәҙерле, – тине рәссам Тәлғәт Хәсән улы. – Һәм ижад емешебеҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу залына ҡуйылыуына беҙ бик тә шатбыҙ.
Картина уҡыу залына университет ректораты һәм бағыусы – Сипайлово биҫтәһе мәсетенең имам-хатибы Хәмзә хажи ярҙамы менән урынлаштырылған. Имам Хәмзә хажи әйтеүенсә, кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының иң тырыш һәм алдынғы студентына Хәмзә хажиҙың аҡсалата стипендияһы ла бирелеп килә.
Эйе, ысынлап та, М. Аҡмулла исемен йөрөткән уҡыу йорто бөйөк мәғрифәтсенең ижадына һәм тормошона ҡарата иғтибарлы: университет алдында уға һәйкәл ҡуйылды, яңыраҡ мәғрифәтсе исемен йөрөткән аудитория булдырылды.
Алиса ИМАНҒОЛОВА.
АВТОР фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар