RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «БЫЛ КӨН БАРЫБЫҘ ӨСӨН ДӘ ҠӘҘЕРЛЕ»

09.10.2010 «БЫЛ КӨН БАРЫБЫҘ ӨСӨН ДӘ ҠӘҘЕРЛЕ»

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА, Баймаҡ районының үҙәкләш­терелгән китапханалар селтәре директоры:
– Республика көнө, асылда, Башҡортостан халҡының иң ҙур байрамы, тигән ҡараштамын. Һуңғы йылдарҙағы яҡшы үҙгәрештәр хаҡында әйтмәксемен. Китапханасы булараҡ, ваҡытлы матбуғатта, башҡорт нәшриәтендә булған үҙгәрештәрҙе билдәләмәү мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәте барыбыҙҙы ла яңынан-яңы китаптар менән шатландыра. Дини тәрбиә, әхлаҡ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ – быларҙың барыһы ла нәшриәтебеҙ тарафынан иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Шулай уҡ гәзит-журналдарыбыҙ ҙа уҡымлы материалдар менән тулы – «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдары, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрен күҙ уңында тотам.
Шулай уҡ Шәжәрә байрамдары, йәштәр өсөн мәҙәни сараларҙың даими уҙғарылыуы яҡшы. Әлбиттә, эсте бошорғос күренештәр ҙә күп был тормошта. Әммә иң әһәмиәтле байрамыбыҙ – Республика көнөнә барыбер яҡшы кәйеф-өмөт менән бағам һәм башҡаларға ла шуны теләйем. Байрам менән!

Әмир СӘЙҒӘФӘРОВ, Баймаҡ районының һәм ҡалаһының почетлы гражданы:

– Башҡорттоң бөтә тарихы быуаттар буйы үҙаллылығын, динен, мәҙәниәтен – үҙенең булмышын яҡлау, һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәш менән һуғарылған. Батырша яуы, Алдар Иҫәкәев ваҡытындағы ихтилалдар, унан ҡала Октябрь революцияһынан һуңғы Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы – быларҙың барыһы ла тап беҙҙең Бөрйән ырыуы башҡорттарына, Баймаҡ ерлегенә бәйле ирек өсөн көрәш тарихы биттәре. Тотош Башҡортостанды алһаң, һанап сығыуы оҙаҡ булыр.
Бынан егерме йыл элек, үҙаллылыҡты яҡлап митингыла ҡатна­шырға тип йөҙ кешене йыйып, Өфөгә юлландыҡ. Барһаҡ, берәү­ҙән дә фарман көтөп ятмаған баймаҡтар – йәмғеһе алты йөҙҙән ашыу йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡоро митингыла үҙаллылыҡ талап итеүселәрҙең алғы сафында тора ине. Шуға ла Республика көнө беҙҙең өсөн әһәмиәтен юғалтмай, киреһенсә ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк булып ҡала бирә.
И. ҠАНСУРИН
яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар