RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ

28.09.2010 Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ

Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ 24 сентябрҙә Дүртөйлө районы муниципаль район советы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы тәғәйенләнде.
Ринат Хәйруллин 1958 йылда Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып башлай.
1983 – 1989 йылдарҙа – «Маяҡ» колхозының баш инженеры, КПСС-тың Дүртөйлө райкомы инструкторы, Дүртөйлө районы БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозының партком секретары.
1989 – 1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.
1991 – 1994 йылдарҙа – Дүртөйлө ҡалаһында төҙөлгән инженер һағы дирекцияһы начальнигы, Дүртөйлө райсоветы башҡарма комитеты бүлегендә төп белгес, Дүртөйлө ҡала һәм район хакимиәтенең милек менән идара итеү комитеты рәйесе.
1994 – 2008 йылдарҙа – Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – хакимиәттең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.
2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Дүртөйлө районының «Вәлиевтың тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ысын тылсымсылар – беҙҙең арала!

Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

«Йәшлек» гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары

И.о. министра ЖКХ Башкирии проинспектировал работу регоператоров по сбору мусора

Яңы йыл менән!

01.01.2019 - Йәмғиәт Яңы йыл менән!


Хөрмәтле төркөмдәштәр!

31.12.2018 - Йәмғиәт Хөрмәтле төркөмдәштәр!


Балалар йылы һәм төҙөк автобустарҙа йөрөй

Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"

Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Яңы граффити Бөйөк Рәмигә арналған

Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш