RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.10.2010 Өс һөйләм менән

Аҙыҡ-түлек баҙарында та­уарҙарға хаҡтар ҡырҡа күтәрелә. Ошоға бәйле республиканың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе тармаҡ берекмәләре, эшкәртеү предприятиелары һәм сауҙа ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек итеүҙең дөйөм нигеҙҙәре һәм социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләү тураһында килешеү төҙөлгән. Шуның нигеҙендә 1 октябрҙән Башҡортостанда «Социаль кәрзин» тигән акция старт алды.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов пенсионерҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотланы. «Һеҙҙең иңегеҙҙә – көсөргәнешле хеҙмәт йылдары. Бөгөн һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ һәм аҡылығыҙ йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, бай традицияларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм артабанғы үҫешебеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә», – тиелә ҡотлауҙа.

Билдәле Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин абруйлы әҙәби конкурста лауреат булған. Санкт-Петербургта уға «Ижади илһам» конкурсының дипломы тапшы­рылған. Яҡташыбыҙға был награда ҡырағай хайуандар тураһындағы яҙмалары өсөн бирелгән.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәнең дипломы менән бүләкләнде. Күргәҙмә 24 – 26 сентябрҙә Ашхабад ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән, Америка, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Австрия, Төркиә, Ҡытай, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән 160-тан ашыу күренекле нәшриәт йорто, полиграфия компанияһы һәм фирмаһы, ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашты.

Бөгөн Өфө ҡалаһында башлан­ғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Спорт һарайы алдындағы майҙанда республиканың 93 һөнәрселек училищеһы һәм лицейы баш ҡала халҡына үҙе етештергән продукцияны тәҡдим итә. Быйылғы йәрминкә Рес­пуб­лика көнөнә һәм башланғыс профессиональ белем биреү системаһының 70 йыллығына арнала.

7 октябрҙә Профсоюздар йор­тонда Башҡортостан Респуб­ликаһы Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы уҙасаҡ. Унда 370-тән ашыу төҙөлөш компанияһы вәкиленең ҡатнашыуы көтөлә. Көн тәртибенә ҡайһы бер ойошмалар­ы ағзалыҡтан сығарыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре индерелгән, шулай уҡ йыйылышта ҡатнашыу­сылар норматив документтарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр хаҡында ла фекер алышмаҡсы.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Киләһе йылда йорт бесәйҙәре һәм эттәре тамғаланасаҡ

Онкодиспансер яңы ҡоролмаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Гөлнур Ҡыуатова өсөн тауыш бирәйек!

“Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡараһын!

Уфа получит 39 единиц новой снегоуборочной техники

Түбә руднигында эшләгән башҡорттар